Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



Граждандар хеҙмәтенә эшкә урынлашыуҙы көйләүҙең норматив хоҡуҡи нигеҙҙәре

2004 йылдың 27 июлендәге “Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында” 79-сы Федераль закондың 22-се статьяһына ярашлы, граждандың граждандар хеҙмәте вазифаһын биләү өсөн граждандар хеҙмәтенә эшкә урынлашыуы йәки граждандар хеҙмәткәренең граждандар хеҙмәтенең икенсе бер вазифаһын биләүе конкурс һөҙөмтәләре буйынса бойомға ашырыла.

Конкурс, бер яҡтан, Рәсәй Федерацияһы граждандарының дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлашыуҙа тиң хоҡуҡлылығын һәм граждандар хеҙмәткәрҙәренең вазифауи үҫешкә хоҡуғын, ә икенсе яҡтан, дәүләт органдары өсөн квалификациялы һәм компетентлы кадрҙар һайлап алыу мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш.

Конкурс граждандар хеҙмәте вазифаһын биләүгә дәғүәселәрҙең профессиональ кимәлен, уларҙың граждандар хеҙмәте вазифаһына ҡарата билдәләнгән квалификация талаптарына тап килеүен баһалауға ҡайтып ҡала.

Конкурсты үткәреү тәртибе һәм шарттары РФ Президенты указы менән раҫланған РФ дәүләт граждандар хеҙмәтенең вакантлы вазифаһын биләүгә конкурс тураһында положение менән билдәләнә. Хәҙерге ваҡытта бындай Положение РФ Президентының 2005 йылдың 1 февралендәге 112-се Указы менән раҫланған.


1. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2005 йылдың 1 февралендәге «Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең вакантлы вазифаһын биләүгә конкурс тураһында» 112-се Указы.

2. 2004 йылдың 27 июлендәге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында» 79-сы Федераль закон.

3. 2005 йылдың 18 июлендәге «Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында» 206-сы Башҡортостан Республикаһы Законы.




 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru