Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



 

Граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләүҙең норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәре

Рәсәй Федерацияһы гражданының Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән бирелгән дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итеүгә хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу менән бәйле хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар 2006 йылдың 2 майындағы 59-ФЗ “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль Закон менән көйләнә. Закон менән шулай уҡ граждандарҙың мөрәжәғәттәрен дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләр тарафынан ҡарау тәртибе лә билдәләнә.

Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарауҙың был Федераль закон менән билдәләнгән тәртибе, федераль конституцион закондар һәм башҡа федераль закондар менән билдәләнгән тәртиптә ҡаралырға тейешле мөрәжәғәттәрҙән тыш, граждандарҙың башҡа бөтә мөрәжәғәттәренә ҡағыла.

 2006 йылдың 12 декабрендәге 391-з “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәткә хоҡуҡтарын яҡлауҙың дәүләт гарантияларын, уны Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, вазифалы кешеләр күҙәтеүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән һәм граждандарҙың мөрәжәғәткә гарантияларын, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль закон менән билдәләнгән өҫтәмә гарантияларҙы билдәләй.



2006 йылдың 2 майындағы 59-ФЗ "Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль закон"

2006 йылдың 12 декабрендәге 391-з "Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законы

Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү тәртибе (Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарауҙы ойоштороу буйынса инструкциянан алынған)

 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru