Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



Йәмғиәт

Демографик хәл

Башҡортостан Рәсәйҙең иң күп халыҡ йәшәгән төбәктәренең береһе булып ҡала һәм халыҡ иҫәбе буйынса 7-се урынды биләй: республикала 4 млн. 051 мең кеше йәшәй. Башҡортостанда халыҡтың тығыҙ урынлашыуы күҙәтелә: бер квадрат километрға 28,3 кеше тура килә, ә Рәсәй буйынса уртаса 8,3 кеше.

Тыуым 2001 йылда 42,8 мең баланан 2006 йылда 45 меңгә тиклем артты, 2007 йылда 51 мең бала тыуҙы. Үлем динамикаһы ла тотороҡланды: 2007 йылда 55 меңгә яҡын кеше тәшкил итте. 2007 йылда демографик хәлгә тыуымдың артыуы, үлем һәм халыҡтың тәбиғи кәмеүе хас.

2008 йылдың беренсе ярты йыллығында республикала 26,1 мең кеше тыуҙы, был 2007 йылдың ғинуар-июнендәгегә ҡарағанда 9,9 процентҡа күберәк. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2,5 мең кеше тәшкил итте һәм 2007 йылдың шул уҡ осорондағыға ҡарағанда 1,3 мең кешегә кәмене. Миграцион үҫеш 3290 кеше тәшкил итте.

Уйлап алып барылған социаль-иҡтисади сәйәсәт, ғаиләне, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡты, шулай уҡ оло йәштәге граждандарҙы яҡлауға йүнәлтелгән саралар системаһын тормошҡа ашырыу арҡаһында Башҡортостан Республикаһында Рәсәй буйынса уртаса хәлгә ҡарағанда күпкә уңышлыраҡ демографик хәл күҙәтелә. Тыуым арта бара, Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи кәмеүенең иң түбән күрһәткесе һаҡлана.

Республикала Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға тиклем осорға демографик сәйәсәт концепцияһы раҫланды. Концепция Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде һиҙелерлек яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уның маҡсаты булып халыҡ һанын арттырыуҙың төп күрһәткестәренә өлгәшеүҙе тәьмин итеүсе өҫтөнлөктәрҙе билдәләү тора, улар халыҡ иҫәбен тотороҡло яһау ғына түгел, киләсәктә уның үҫеүенә лә килтерәсәк. Концепция хеҙмәт ресурстары кәмеүенең, демографик, иҡтисади һәм социаль юғалтыуҙарҙың кире эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән социаль-иҡтисади саралар системаһын эшкәртеүҙе күҙ уңында тота.

Халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе һәм эшһеҙлек

Республикала иҡтисади әүҙем халыҡ һаны Халыҡ-ара Хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса 2 млн. 039 мең кеше тәшкил итә, эшләүсе халыҡ һаны – 1 млн. 916 мең кеше. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2008 йылдың ғинуар-июнендә бөтә ойошмалар буйынса эшләүселәр һаны 1 млн. 437 мең кеше тәшкил итте, шуларҙан 1 млн. 052 мең кеше – ҙур һәм урта предприятиеларҙа. 2008 йылдың 1 ғинуарына теркәлгән эшһеҙлек кимәле иҡтисади әүҙем халыҡ иҫәбенә ҡарата 1,4% тәшкил итте.

Инновацион үҫеш моделен формалаштырыу, яңы производстволар һәм технологиялар индереү, иҡтисад объекттарын ҡайтанан техник ҡоралландырыу хеҙмәт баҙарында квалификациялы эшсе кадрҙарға талаптың артабан артыуына булышлыҡ итә.

Эшһеҙ һәм эш эҙләүсе граждандарға эшкә урынлашыуға ярҙам итеү, шулай уҡ эш биреүселәрҙең эшсе көскә талабын ҡәнәғәтләндереү маҡсаттарында республиканың мәшғүллек хеҙмәте органдары тарафынан йыл барышында 465 вакантлы эш һәм уҡыу урындары йәрминкәһе үткәрелде, уларҙа 100 меңдән ашыу кеше һәм 4,5 меңгә яҡын предприятие һәм ойошмалар ҡатнашты. 2007 йылдан башлап республикала Халыҡты эшкә урынлаштырыу мобиль үҙәге эшләп килә. Ул эшләй башлаған тәүге йылда ғына уның хеҙмәтләндереүҙәре менән 1 меңдән ашыу уҡыусы һәм йәштәр файҙаланды.

Хеҙмәт баҙары талаптарына ярашлы, 131 белем биреү учреждениеһы базаһында граждандарҙы ҡайтанан профессиональ әҙерләү үткәрелә. 2007 йылда 6 меңгә яҡын кеше профессиональ уҡыу үтте.

2008 йылдың беренсе ярты йыллығында республикала хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллек өлкәһе торошо күрһәткестәренең ыңғай динамикаһы һаҡлана. 2008  йылдың 1 июленә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1 процентҡа кәмене. Республиканың 32 районында һәм ҡалаһында эшһеҙлек кимәле 1 проценттан ашманы. Мәшғүллек хеҙмәте органдарында рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны йыл башынан 7,1 мең кешегә кәмене һәм 2008 йылдың 1 июленә 20,9 мең кеше тәшкил итте.

Халыҡтың тормош кимәле һәм аҡсалата табыштары

Башҡортостан Республикаһында һуңғы йылдарҙа халыҡтың табышы һәм эш хаҡы тотороҡло үҫеүе, фәҡирлек кимәле кәмеүе күҙәтелә.

2007 йылда халыҡтың аҡсалата табыштары 2006  йыл менән сағыштырғанда 25,7 процентҡа артты. Йән башына аҡсалата табыштар кимәле буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында – 4-се урынды, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 23-сө урынды биләне.

2007 йылда номиналь һәм реаль иҫәпләнгән эш хаҡының үҫеш тенденцияһы һаҡланды. Хеҙмәткәрҙәргә иҫәпләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы 2006 йыл кимәленән - 27,7 процентҡа, реаль түләнгән эш хаҡы 18,1 процентҡа артты. 2007 йылда эш хаҡы айырыуса нефть продукттары етештереүҙә, финанс эшмәкәрлегендә, ҡаҙылма байлыҡтар табыуҙа, химия производствоһында ярайһы уҡ күтәрелде.

Республикала бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡы кимәлен күтәреү бурысы эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыла, унда 386 меңгә яҡын кеше эшләй, йәғни республиканың эшләүсе халҡының биштән бер өлөшө. 2007 йылдың 1 сентябренән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең тариф ставкалары, компенсация түләүҙәре күләме 15 процентҡа күтәрелде.

Халыҡтың 2007 йылда алған табыштары сығымдарҙан 18,3 млрд. һумға артығыраҡ булды. Файҙаланылған аҡсалата табыштар структураһында тауарҙар һатып алыуға, хеҙмәтләндереүҙәргә түләүгә, мотлаҡ түләүҙәргә һәм төрлө взностарға сығымдар өлөшө үҫте.

2008 йылдың ғинуар-май айҙарында халыҡтың аҡсалата табыштары уҙған йылдың шул уҡ осорондағынан 31,6 процентҡа артты һәм 221,3 млрд. һум тәшкил итте. 2008 йылдың июнендә йән башына уртаса аҡсалата табыш 15170 һум күләмендә билдәләнде. 2007 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда халыҡтың реаль аҡсалата табышы үҫеше 16,7% тәшкил итте һәм Рәсәй Федерацияһы буйынса күрһәткес кимәленән 7,3 процентҡа юғарыраҡ булды.

2008 йылдың июнендә бер кешенең уртаса айлыҡ эш хаҡы 14393,2 һум тәшкил итте һәм уҙған йылдың шул уҡ осорондағы менән сағыштырғанда 29,5 процентҡа артты.

Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, хеҙмәткәрҙәрҙең социаль яҡланғанлығын көсәйтеү маҡсаттарында Башҡортостан Республикаһы Президентының 2008 йылдың 24 апрелендәге УП-173-сө Указы менән 2008 йылдың 1 июленән республикала минималь эш хаҡы 3500 һум күләмендә билдәләнде.

Халыҡты социаль яҡлау

Республика халҡын социаль хеҙмәтләндереү системаһын төрлө профилдәге 97 учреждение сағылдыра, шул иҫәптән 86 дәүләт учреждениеһы һәм Өфөнөң 11 муниципаль учреждениеһы.

Йыл һайын ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһының халыҡҡа социаль ярҙам программаһына ярашлы, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың билдәле бер категорияларына социаль пособие түләнә. Был пособиены төп алыусылар булып күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙән балалар, инвалид балалар, етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар, дәүләт урта һәм юғары профессиональ белеем биреү учреждениеларының аҙ тәьмин ителгән студенттары тора.

«Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, күп балалы ғаиләләргә торлаҡҡа, коммуналь, физкультура-спорт хеҙмәтләндереүҙәренә түләү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелә, республика территорияһы сиктәрендә белем биреү учреждениелары уҡыусыларына бушлай йөрөү тәьмин ителә.

«Башҡортостан Республикаһында йәшәгән күп балалы ғаиләләргә микроавтобустар биреү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамын көсәйтеүгә йүнәлтелгән. 2001 йылдан башлап 10 һәм унан күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгән 24 ғаилә бушлай «ГАЗель» тибындағы микроавтобустар алды. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2003 йылдың 24 июлендәге УП-432-се Указына ярашлы, 2008 йылдың беренсе ярты йыллығында туғыҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 8 ғаиләгә бушлай микроавтобустар тапшырылды.

1998 йылда Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылы үткәреүгә ярашлы, «Әсәлек даны» миҙалы булдырылды. Бөгөнгө көнгә был юғары республика наградаһын 4 меңдән ашыу күп балалы әсә алды.

Республикала патронат тәрбиә тураһында закон ҡабул ителде. Баланы урынлаштырыуҙың бөтә формаларында – уллыҡҡа, опекаға (попечителлеккә), аҫрауға алғанда – 8 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә. Етем баланы аҫрауға ай һайын түләнә торған пособие күләме 4 мең һум тәшкил итә, аҫрауға алыусы атайҙың минималь хеҙмәт хаҡы – 3300 һум. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙың 78,3 проценты граждандарҙың ғаиләләренә урынлаштырыла. Республикала 1014 бала аҫрауға алыусы ғаиләләрҙә тәрбиәләнә, 429 бала – патронат тәрбиәселәрҙә. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы урынлаштырыуҙың ғаилә формаларын стимуллаштырыу маҡсатында йыл һайын опекундар (попечителдәр), аҫрауға алыусы һәм патронат ғаиләләрҙең республика конкурсы үткәрелә. Унда еңеүселәр өсөн һәр береһе 100 мең һум күләмендә республика Президенты премиялары булдырылған.

Мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр тормош хәленә ҡалған балаларҙы социаль яҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә социаль йүнәлештәге республика маҡсатлы программалары ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, 2006-2010 йылдарға «Балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең ҡараусыһыҙ булыуын һәм тәртип боҙоуҙарын иҫкәртеү» республика маҡсатлы программаһы, 2006-2010 йылдарға «Башҡортостан Республикаһы балалары» Президент программаһы һәм «Инвалид балалар» ҡушымта программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 2007  йылда социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары өсөн 3,4 млн. һумлыҡ реабилитацион, технологик һәм көнкүреш ҡорамалдары һатып алынды.

Социаль сәйәсәттең төп бурыстарының береһе булып өлкән быуын кешеләренә һәм инвалидтарға дәүләт ярҙамы тора. Был категория кешеләренең социаль яҡланғанлығын көсәйтеү маҡсатында 2007 йылдың 1 ғинуарынан төбәк льготасыларына ай һайын аҡсалата түләүҙәр күләме уртаса 1,5 тапҡырға арттырылды.

Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән уҡыусылар өсөн социаль йөрөү билеттары, торлаҡҡа, коммуналь, физкультура-спорт хеҙмәтләндереүҙәренә түләү буйынса социаль ярҙам 2008 йылдың беренсе ярты йыллығында 47,8 млн. һум суммаға 16 меңдән ашыу күп балалы ғаиләгә күрһәтелде.

Өлкән быуын кешеләренә һәм инвалидтарға социаль ярҙам маҡсатында 2008 йылдың беренсе ярты йыллығында 396,5 мең льготасыға торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә түләү буйынса 573,9 млн. һум суммаға социаль ярҙам саралары күрһәтелде. 405,8 меңдән ашыу гражданға 698,5 млн. һум суммаға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр бирелде, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләгән 33,8 мең эшсәнгә – 77,6 млн. һум, льготаға хоҡуғы тураһында танытмаһы булған 255,7 мең хеҙмәт ветеранына, һуғыш һәм дәүләт хеҙмәте ветерандарына – 521,0 млн. һум, пенсия танытмаһында льготаға хоҡуғы тураһында ҡағыҙы булған 111 мең хеҙмәт ветеранына – 88,0 млн. һум, 5,3 мең сәйәси репрессиялар ҡорбанына – 11,9 млн. һум.

М.Ғ. Рәхимов инициативаһы менән 1998 йылдан башлап республикала һәр йыл тематик яҡтан социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлештәренең береһенә арнала. Мәҫәлән, Башҡортостанда 1998 йыл – Ғаилә йылы, 1999 – Балалар йылы, 2000 – Йәштәр йылы, 2001 - Әсә йылы, 2002 – Сәләмәтлек йылы, 2003 – Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше йылы, 2004 – Тирә-яҡ мөхит йылы, 2005 – Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы, 2006 – Төҙөкләндереү йылы, 2007 – Башҡортостандың Рәсәй менән берҙәмлегенең 450 йыллығы йылы тип иғлан ителде.

2008 йыл Башҡортостанда республика Президенты указы менән Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде.

Мәғариф

Республика мәғариф системаһы – илдә иң ҙур һәм үҫешкән системаларҙың береһе. 2007 йылда бөтә типтағы һәм төрҙәге белем биреү учреждениеларында 900 меңгә яҡын кеше уҡыны һәм тәрбиәләнде, 198 мең педагог, административ-идара итеү һәм хеҙмәтләндереүсе персонал эшләне.

Республикала 1811 мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһы, филиал хоҡуғында 61 учреждение һәм мәктәптәр ҡарамағындағы 72 мәктәпкәсә тәрбиә биреү төркөмө эшләй, уларға 152,3 мең бала йөрөй. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙы балалар менән солғап алыу 59,2% тәшкил итә. Юридик шәхес статусына эйә, бөтә типтағы һәм төрҙәге 2478 дөйөм белем биреү мәктәбе һәм мәктәп-интернаты, 31 киске (сменалы) мәктәп иҫәпләнә. Инновацион режимда 78 гимназия, 50 лицей, 2 кадет учреждениеһы, 1 колледж, махсус предметтарҙы тәрән өйрәнеү менән 220 дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләй.

Республика мәктәптәрендә 14 туған телде өйрәнеү ойошторолған, 6 туған телдә уҡытыу алып барыла. Башҡорт милләтле уҡыусыларҙың 99,4%, татарҙарҙың – 58,8%, сыуаштарҙың – 55,4%, мариҙарҙың – 65,2%, удмурттарҙың – 64,6 %, мордваларҙың 24,0% үҙ туған телен өйрәнә. Ҡатнаш милли состав менән мәктәптәрҙә параллель төркөмдәрҙә бер класс сигендә бер нисә туған телде өйрәнеү ойошторолған. Башҡорт милләтенән булмаған бөтә уҡыусыларҙың 98,4% башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.

Башҡортостанда 12 үҙ аллы дәүләт юғары уҡыу йорто, 18 Рәсәй дәүләт вузы филиалы, 4 үҙ аллы дәүләт булмаған вуз һәм 8 дәүләт булмаған вуз филиалы иҫәпләнә. Дөйөм студенттар контингенты – 169,5 мең кеше.

Һуңғы ваҡытта бөтә республика мәғариф системаһын камиллаштырыу һәм яңыртыу бара. 2004-2007 йылдарҙа уның бюджеты күләме 11,9 млрд. һумдан 23,6 млрд. һумға тиклем, йәғни 2 тапҡырға тиерлек артты. Мәғарифҡа бүленгән аҡса республиканың бөтә тупланған бюджетының сығым өлөшөнөң сиректән ашыуын тәшкил итте. 2007 йылда 30 мәғариф объекты сафҡа индерелде, шуларҙың 12-һе яңы төҙөлгән мәктәп, 16 объект реконструкцияланды, 5 балалар баҡсаһы һәм мәктәпкә бассейн төкәтмәһе төҙөлдө.

Башҡортостан Республикаһында 2006-2007 йылдарҙа милли проектты тормошҡа ашырыу барышында бюджет һәм бюджеттан тыш финанслау күләме 5,4 млрд. һум тәшкил итте (шуның 3,6 млрд. һумы Башҡортостан Республикаһының тупланған бюджетынан).

2008 йылда тәүге тапҡыр дөйөм белем биреү учреждениелары сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн рус теле һәм математика буйынса имтихандар мотлаҡ Берҙәм дәүләт имтиханы формаһында билдәләнде, уны  33,5 мең кеше тапшырҙы. Уҡыусыларҙың һайлауы буйынса предметтар һаны 3-тән 5-кә тиклем артты. Физиканы уҡыусыларҙың 11,64%, химияны – 4,32%, биологияны – 4,93%, географияны – 1,32%, инглиз телен – 0,9%, башҡорт телен  2,24% һайланы.

Һаулыҡ һаҡлау

Башҡортостан Республикаһы дәүләт сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәре иҫәбендә һаулыҡ һаулауҙы үҫтереү мәсьәләләре тора. Республикала медицина ярҙамы күрһәтеүҙең күп кимәлле системаһы ойошторолған, уға 455 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы инә, уларҙа 15 меңдән ашыу врач һәм 41 мең урта звено медицина хеҙмәткәре эшләй, ике йөҙ төрҙән ашыу медицина ярҙамы күрһәтелә. Республиканың дөйөм койкалар ҡеүәте 36 меңдән ашыу койка тәшкил итә, поликлиника учреждениелары сменаһына 90 меңдән ашыу кеше ҡабул итә. 2 225 фельдшер-акушер пункты врачҡа тиклемге тәүге медицина ярҙамы күрһәтә.

Дауалау-профилактика учреждениеларында медицина ҡорамалдарын яңыртыу маҡсатында 2004-2010 йылдарға «Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау системаһының матди-техник базаһын нығытыу» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде.

Йыл һайын Республика Советы күсмә ултырыштарын үткәреү бөтә кимәлдәр дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының һаулыҡ һаҡлау системаһына, уның ресурстар базаһын нығытыуға иғтибарын арттырыуға булышлыҡ итә. Уға әҙерлек нигеҙендә республика райондарында һәм ҡалаларында 2 млрд. һумдан ашыу суммаға дауалау-профилактика учреждениелары биналары һәм ҡоролмалары төҙөү, реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау буйынса эштәр башҡарылды. 250 млн. һумдан ашыу суммаға медицина ҡорамалдары һатып алынды. Һөҙөмтәлә һуңғы өс йылда ун бер районда һәм ҡалала һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник йыһазланышы һиҙелерлек яҡшырҙы. Былтыр ғына Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау учреждениелары биналарын реконструкциялауға, капиталь ремонтлауға һәм яңыларын төҙөүгә 1,2 млрд. һум аҡса бүленде.

Һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыу һөҙөмтәһендә халыҡтың һаулыҡ күрһәткестәренең ыңғай динамикаһы күҙәтелә. ВИЧ-инфекция, венерик ауырыуҙар менән сирләүҙәр кәмене, туберкулез буйынса эпидемиологик хәл яҡшырҙы, йоғошло ауырыуҙар менән хәл тотороҡланды. Һуңғы йылдарҙа сабыйҙар һәм әсәйҙәрҙең үлем күрһәткестәре һиҙелерлек кәмене.

2008 йылдың беренсе ярты йыллығында һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеге халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға, ресурстар базаһын нығытыуға һәм артабан үҫтереүгә, һаулыҡ һаҡлау идаралығын камиллаштырыуға, медицина ярҙамын үҙгәртеүгә йүнәлтелде.

Санатор-курорт сәләмәтләндереү

Башҡортостан тәбиғәте иҫ киткес матур һәм төрлө. Кеше аяғы баҫмаған урмандары һәм сәскәле туғайҙары менән Урал тауҙары, икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы далалары, йәшел үҙәндәр менән уратып алынған, саф һыулы йылға һәм күлдәре, бейек ҡаялары һәм карст мәмерйәләре. Тәбиғәтенең матурлығы һәм саф һауаһы өсөн республиканы икенсе Швейцария тип йөрөтәләр. Башҡортостанда дауалау-сәләмәтләндереү комплексы үҫешкән, улар йыл әйләнәһенә сифатлы дауалау һәм ял тәҡдим итә. Дауалағанда минераль һыуҙары, шифалы батҡаҡтары һәм һәр төрлө үләндәре, бөтә донъяға билдәле башҡорт балы һәм ҡымыҙы киң файҙаланыла.

Бөгөн 10 дәүләт унитар предприятиеһы – санаторий (9 санаторий һәм 1 ял йорто) санатор-курорт ярҙамы күрһәтә. Рес­публиканың иң ҙур санаторийҙары – «Янғантау», «Красноусол», «Йәшел сауҡалыҡ», «Йоматау», «Ҡарағай», «Ассы», «Танып», шулай уҡ «Яҡтыкүл» һәм «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорттары. Бынан тыш, балалар өсөн 2 дәүләт унитар санатор-сәләмәтләндереү лагеры, 9 республика балалар санаторийы дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы һәм 10 муниципаль буйһоноуҙағы санаторий. 2007 йылда ғына 120 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 30,6 мең бала санатор-курорт дауалауы алды.

Төрлө санатор-курорт учреждениелары төҙөү һәм реконструкциялау әүҙем алып барыла. Һуңғы биш йылда ғына был маҡсаттарға республика бюджетынан 1,5 млрд. һумға яҡын аҡса йүнәлтелде. Уларҙы төҙөүҙә Башҡортостандың ҙур сәнәғәт предприятиелары әүҙем ҡатнаша.

Республикабыҙҙа үҫеп килеүсе быуынды сәләмәтләндереү мәсьәләһенә ҙур әһәмиәт бирелә. «Башҡортостан Республикаһында балаларға санатор-курорт ярҙамды үҫтереү» маҡсатлы программаһына ярашлы, балалар санаторийҙарының матди-техник базаһы даими яҡшыртыла, балаларҙы ата-әсәләре менән бергә сәләмәтләндереү мөмкинлектәре киңәйтелә. 2007 йылда 400 мең бала һәм үҫмер ойошҡан формала ял итте һәм сәләмәтлеген нығытты, шул иҫәптән 252 мең бала (уҡыусыларҙың 54 проценттан ашыуы) – мәктәп уҡыусылары өсөн йәйге сәләмәтләндереү лагерҙарында. Йәйге сәләмәтләндереү лагерҙарында,, санаторий-профилакторийҙарҙа, ял һәм туризм базаларында «Әсә һәм бала» заездары, дауалау-профилактика учреждениелары базаһында сәләмәтләндереү заездары ойошторолдо.

Өфөлә «Шифахана-2007» Бөтә Рәсәй форумы үткәреү мөһим ваҡиға булды, уның сиктәрендә республиканың дәүләт унитар предприятие-санаторийҙары дипломдар менән билдәләнде һәм Форумдың 8 алтын һәм 5 көмөш миҙалы менән наградланды. Ә 2008 йылда Мәскәүҙә ошондай уҡ Бөтә Рәсәй форумында улар 11 алтын һәм 7 көмөш миҙал яуланы.

Мәҙәниәт

Бөгөн Башҡортостан хаҡлы рәүештә илдең иң эре мәҙәни үҙәктәренең береһе тип иҫәпләнә. Музейҙар, китапханалар һәм клубтар һаны буйынса беҙ Рәсәйҙә беренсе урынды биләйбеҙ. Беҙҙә, Башҡортостандағы кеүек башҡа бер генә төбәктә лә яңы мәҙәниәт учреждениелары биналары күпләп төҙөлмәй. Ун алты йыл эсендә генә республикала клуб тибындағы 57 меңдән ашыу урынлыҡ учреждение төҙөлгән. Республика профессиональ сәнғәт өлкәһендә әүҙем мәҙәни сәйәсәтте тормошҡа ашыра. “Өфөлә Шаляпин кисәләре” опера сәнғәте, симфоник һәм хор музыкаһы фестивалдәре, “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале кеүек дөйөм Рәсәй һәм республика фестиваль, конкурстарын үткәреү яҡшы йолаға әүерелде. Башҡорт профессиональ сәнғәтәнең Рәсәйҙә генә түгел, шулай уҡ донъяла һәм Еропала юғары рейтингҡа эйә булыуы ошо фестивалдәрҙең төп һөҙөмтәһе булып тора. Башҡортостан Республикаһы 130-ҙан ашыу милләт вәкиле өсөн атайсалға әүерелде. Төбәктә йәшәүсе милләттәрҙең мәҙәни һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә алынған курсты эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырып, республикала 60-ҡа яҡын милли йәмәғәт берекмәһе рәсми эшләй, 14 тарихи-мәҙәни үҙәк ойошторолған. Республиканың рухи тормошон шулай уҡ күп яҡлап милли мәҙәниәттәр байрамдары һәм фестивалдәре билдәләй.

Фән

Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының алға киткән ғилми комплексҡа эйә булған субъекттарының береһе. Фундаменталь һәм практик йүнәлештәге ғилми тикшеренеүҙәр Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең 12 институтында, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының 14 учреждениеһында, 27 тармаҡ институтында һәм юғары уҡыу йорттары кафедраларында алып барыла. Шулай уҡ 62 махсус проккт-конструкторлыҡ ойошмаһы инновацияларҙы тулыландырыуҙы тәьмин итә. Ошо учреждениеларҙың барыһында ла 8 меңдән ашыу кеше ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Республикала 10 меңдән ашыу ғалим һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы бар, улар араһында – 800-ҙән ашыу фән докторы, 4 мең самаһы фән кандидаты. 2,5 меңдән ашыу кеше белем алған 17 аспирантура (11 юғары уҡыу йорто һәм 6 ғилми ойошма аспирантураһы) һәм 60 меңдән ашыу кеше уҡыған 7 докторантура ғилми кадрҙар әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары

Башҡортостандағы киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеге республикалағы мөһим ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни ваҡиғаларҙы мәғлүмәттәр йәһәтенән тәьмин итеүгә, Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешен яҡтыртыуға йүнәлтелә. Республика киң мәғлүмәт сараларына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә республика бюджетынан 305,3 миллион һум, шул иҫәптән гәзиттәрҙе һәм журналдарҙы ҡарауға – 280,8 миллион һум, матди-техник базаны нығытыуға 22 миллион һум аҡса бүленгән, социаль әһәмиәтле 5 баҫмаға 1,5 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. Социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 17 республика матбуғат баҫмаһына Рәсәй Федерацияһы бюджетынан 7,2 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған “Матбуғат” халыҡ-ара күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша. 30-ҙан ашыу республика, ҡала, район баҫмалары редакцияһы почетлы дипломдарға лайыҡ булды. Республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен Башҡортостан Журналистар союзы берләштерә.

Физик культура, спорт һәм туризм

Республикала физик культураны, спортты һәм туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Спорт ҡоролмалары һаны арта – улар 10084 берәмеккә етте. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына әҙерлеккә ярашлы байтаҡ эре спорт ҡоролмалары төҙөлдө. “Өфө-Арена” яңы боҙ һарайы илдә иң яҡшыларҙың береһе булараҡ, белгестәрҙең юғары баһаһын алды. Нефтекамала һәм Салауатта яңы спорт һарайҙары асылды. Уникаль ат- спорт комплексы – “Аҡбуҙат” ипподромы һәм “Динамо” стадионы сафҡа индерелде. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы донъя чемпионатын үткәреүгә әҙерләнә. Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны 1 миллион 195 меңдән ашыу кеше (республика халҡының 29,5 процентын) тәшкил итә. Ошо күрһәткестәр, шулай уҡ спорт ҡоролмаларының халыҡты ҡабул итеү һәләте буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында тәүге урындарҙың береһен биләй.

Йәштәр сәйәсәте

БР Президентының 2006 йылдың 26 сентябрендәге УП-415-се Указы менән раҫланған 2006-2015 йылдарға “Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы” балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең рухи-әхләҡи мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһында балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи-әхләҡи тәрбиәһе, системаһын камиллаштырыуҙың, уларҙың социаль әүҙемлеген һәм матди именлеген арттырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләләргә ярҙам күрһәтеү дәүләт йәштәр сәйәсәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала. 2007 йылда йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә федераль һәм республика бюджеттарынан дәүләт капитал һалыуҙары 340 миллион һум, шул иҫәптән бала тыуған осраҡта субсидиялар 20 миллион һум тәшкил итте, һөҙөмтәлә 1,1 мең самаһы йәш ғаилә дәүләт ярҙамына эйә булған.

Республикала БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы ҡарамағында йәштәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәрҙе закондар менән көйләү өлкәһендә парламент эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә тейешле консультатив һәм кәңәшмә орган – Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторолдо. Башҡортостан ҡала һәм райондарында Республика йәштәр хәрәкәтенең Координация советтары төҙөлә.

Дин һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр

Башҡортостан Республикаһы милләт-ара татыулыҡ һәм этносәйәси тотороҡлолоҡ моделе булып тора. Республикалағы 4 миллиондан ашыу халыҡ Рәсәй өсөн уникаль этностар, конфессиялар, мәҙәниәттәр, телдәр шәлкемен тәшкил итә. Башҡортостанда төрлө конфессияларға ҡараған 130-ҙан ашыу милләт һәм халыҡ вәкиле йәшәй. Ислам һәм провославие республикала иң йоғонтоло йүнәлештәр булып тора. 2008 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостан Республикаһында 8 дини үҙәк, төрлө конфессияға ҡараған 1313 дини берекмә эшләгән.

Республикала бөтә милләттәрҙең милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә алынған курс эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Бөтә халыҡтарҙың милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә комплекслы ҡараш булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан республика дәүләт программалары быға булышлыҡ итә. Улар – 2003-2012 йылдарға “Башҡортостан халыҡтары”, “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү”, 2006-2010 йылдарға “Башҡортостан Респуликаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү һәм үҫтереү” программалары.

 

 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru