Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт




Ҡәҙерле дуҫтар!


Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталында сәләмләүемә шатмын!
Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының төп, терәк субъекттарының береһе, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә һәм уны модернизациялауға тос өлөш индерә. Ул ҡеүәтле сәнәғәткә, төҙөлөш һәм транспорт комплекстарына, ҙур аграр секторға, заманса инфраструктураға эйә. Республиканың йөҙө иҫ киткес матур тәбиғәте, төҙөкләндерелгән ҡала һәм ауылдары, үҙенсәлекле мәҙәниәте, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр кешеләре менән билдәләнә.
Хозур Башҡортостан ерендә быуаттар дауамында йөҙҙән ашыу халыҡ вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Күп милләтлелек республиканың мөһим үҙенсәлеге, байлығы һәм төп өҫтөнлөктәренең береһе булып тора.
Быларҙың барыһы тураһында ла Башҡортостандың рәсми мәғлүмәт порталы һөйләй. Ул граждандар өсөн һәр ваҡыт асыҡ, был беҙҙең һеҙҙең менән көндәлек аралашыу ысулдарының береһе. Бында һеҙ дәүләт власы органдарының эшмәкәрлеге тураһында тулы мәғлүмәт ала, һуңғы ваҡиғалар тураһында белә, республикала барған бөтә хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар була алаһығыҙ.
Бөгөн дәүләттең ҡәҙимге үҫешен юғары технологияларһыҙ һәм инновацион ҡаҙаныштарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Башҡортостан да был процестарҙан ситтә ҡалмай. Бөтә Рәсәй менән бергә ул өр-яңы технологияларҙы һөҙөмтәле үҙләштереү, мәғлүмәт йәмғиәте төҙөү буйынса эшкә әүҙем ҡушылды.
Беҙҙең портал ресурстары республика, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит илдәр файҙаланыусыларында һәр ваҡыт ҡулланыу табыр, тип ышанам.





Ихтирам менән,
Башҡортостан Республикаһы Президенты

Р. Хәмитов


 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru