Башҡортостандың иҡтисади үҫешенең төп позициялары
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының иҡтисади яҡтан иң көслө субъекттарының береһе. Республика иҡтисады ҡеүәтле сәнәғәт һәм төҙөлөш комплекстарын, үҫешкән ауыл хужалығын, финанс-кредит һәм фәнни-техник институттарын индергән күп тармаҡлы структураһы менән айырылып тора.
Тулайым төбәк продукты, сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы продукцияһы, төп капиталға инвестициялар күләмдәре, торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү, ҡулланыусылар баҙары күрһәткестәре, Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына һалымдар һәм йыйымдар буйынса Башҡортостан илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә.
Макроэкономика күрһәткестәре
2007 йылда республиканың тулайым төбәк продукцияһы күләме 650 млрд. һум (18 млрд. евронан ашыу) тәшкил итте һәм баҙар хаҡтарында яҡынса баһалауҙар буйынса 2006 йыл менән сағыштырғанда 8,2 процентҡа артты, 1999-2006 йылдарҙа уртаса йыллыҡ үҫеш темпы 6,5% ине. Рәсәй Федерацияһында 2007 йылда тулайым эске продукт үҫеше 8,1% кимәлендә баһалана. Бынан алдағы йылдарҙағы иҡтисадтың үҫеш темптары Рәсәй Федерацияһы Президенты билдәләгән ун йылда тулайым төбәк продуктын икеләтә үҫтереү бурысын үтәүгә иҫәп тоторға ярҙам итә.
Республикала 2007 йылда иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса ойошмалар әйләнеше ғәмәлдәге хаҡтарҙа 26,5 процентҡа артты һәм 1 трлн. 357 млрд. һумға етте.
Сәнәғәт
2007 йылда Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт производствоһында сәнәғәт үҫешенең сифатын яҡшыртыуға, инновацион ҡеүәтте ғәмәлләштереүгә, инвестицион эшмәкәрлекте үҫтереүгә, етештерелгән продукцияның конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән процестар көсәйҙе.
Һуңғы өс йылда сәнәғәт производствоһы индексы буйынса республика күрһәткесе тотош ил буйынса күрһәткестән күпкә яҡшыраҡ. Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәренең күбеһендә производствоны үҫтереүгә өлгәшелгән.
2007 йылда Башҡортостан Республикаһы нефть сеймалы, автомобиль бензины, дизель яғыулығы, синтетик ыҫмала һәм пластмасса, кальцинирланған һәм каустик сода, бутил һәм изобутил спирттар, полиэтилен һәм синтетик каучук етештереү буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында алдынғы позицияһын һаҡланы. Республика ҡорос сым, электролампалар, станоктар һәм вертолеттар етештереү буйынса ла алда бара.
Башҡортостан илдең төп нефть табыу райондарының береһе, химия һәм машиналар эшләү сәнәғәте үҙәге булып тора. Бында йыл һайын 26 млн. тонна нефть эшкәртелә, автомобиль бензинының дөйөм Рәсәй күләменән – 16,2%, дизель яғыулығының 14,2% етештерелә. Сығарылған нефть продукттары конкуренцияға һәләтле, эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа талап ителә һәм «Евро-3», «Евро-4» сифат стандарттарына яуап бирә. Нефть сеймалын эшкәртеү тәрәнлеге 82 проценттан ашып китә, ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 72%.
2008 йылдың беренсе ярты йыллығында сәнәғәт производствоһы үҫешенең ыңғай тенденциялары һаҡланды. Дөйөм алғанда, сәнәғәт производствоһы индексы 109,5% тәшкил итте, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 3,7 процентҡа юғары.
Төбәктең инвестицион йәлеп итеүсәнлеге
2007 йылда республика иҡтисадына төп капиталға 148 млрд. һум инвестициялар һалынды. Үҫеш 20,1% тәшкил итте – был һуңғы ете йылда иң юғары күрһәткес. Төп капиталға инвестицияларҙың байтаҡ өлөшө эшкәртеүсе производстволарҙы (25,6%), транспорт һәм элемтәне (22,3%), ҡаҙылма байлыҡтар табыуҙы (10,5%) үҫтереүгә йүнәлтелде. Башҡортостандың Рәсәй менән берҙәмлегенең 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә киң масштабтағы инвестицион проекттар уңышлы тормошҡа ашырылды.
Төп капиталға инвестицияларҙың ыңғай динамикаһын нығытыуға иҡтисадтың һәм халыҡтың реаль табыштарының тотороҡло үҫә барыуы, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү буйынса күрелгән саралар булышлыҡ итте.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының «Moody’s» һәм «Standard&Poor’s» халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары тарафынан «Ва1» кимәлендәге халыҡ-ара шкала буйынса бирелгән оҙайлы ваҡытҡа кредит рейтингтары бар, улар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм Ханты-Манси автономномиялы округынан ғына ҡалыша.
2007 йылда дәүләт, башлыса, халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү, коммуналь инфраструктураны яңыртыу, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, физкультура һәм спортты, мәҙәниәтте үҫтереү өлкәләренә инвестициялар һалды.
2008 йылда республикала инвестицион әүҙемлек үҫеше һаҡланды. 2008 йылдың ғинуар-майында республика иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға 40 млрд. һумдан ашыу инвестициялар һалынды.
2008 йылдың 1 ғинуарына республика иҡтисадында тупланған сит ил капиталы, ҡапланған кредиттарҙы һәм ғәмәлдән сығарылған инвестицияларҙы иҫәпкә алып, 525,4 млн. АҠШ доллары тәшкил итте, был уҙған йыл башына ҡарағанда 2,1 тапҡырға күберәк.
Республика иҡтисадында тупланған сит ил инвестициялары күләме буйынса төп инвестор-илдәргә Великобритания, Германия, Төркиә, Австрия һәм Ирландия инә.
Тупланған сит ил капиталында туранан-тура инвестициялар өлөшө – 41%, портфель инвестициялары – 2,7%, ҡайтарыу нигеҙендә башҡарылған башҡа төрлө инвестициялар 56,3% тәшкил итә. Сит илдәрҙән республика иҡтисадына йәлеп ителгән капитал күләме 319,6 млн. АҠШ доллары тәшкил итте, был 2006 йыл кимәленән 5,2 тапҡырға юғары.
Инновациялар
2007 йылда продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштереүгә, уның ассортиментын киңәйтеүгә һәм яңыртыуға, алдынғы производство технологияларын индереүгә һәм булдырыуға йүнәлтелгән саралар үткәрелде, был сәнәғәт производствоһы сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итте.
Республиканың ҙур һәм урта сәнәғәт предприятиелары тарафынан ғәмәлдәге хаҡтарҙа 17 млрд. һумлыҡ инновацион продукция тейәп оҙатылды, был бынан алдағы йыл кимәленән 1,5 тапҡырға юғарыраҡ.
Производстволарҙы технологик яңыртыуға йүнәлтелгән средстволарҙың төп сығанағы булып предприятиеларҙың үҙ средстволары тора.
Фундаменталь һәм ғәмәли характерҙағы ғилми тикшеренеүҙәр Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең 12 институтында, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының 14 учреждениаһында, 27 тармаҡ институтында һәм юғары уҡыу йорттары кафедраларында алып барыла.
Башҡортостан Республикаһында инновациялар шулай уҡ 62 махсуслашҡан проект-конструкторлыҡ ойошмаһы тарафынан да тәьмин ителә.
2007 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте инновацион өлкәлә республиканың закондар сығарыу базаһын камиллаштырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барҙы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм инновацион сәйәсәт буйынса совет эше әүҙемләште. «Ике яҡлы партнерлыҡ» ТАСИС проектын бойомға ашырыуға ярашлы, сит ил эксперттары менән берлектә эшкәртелгән «Башҡортостан Республикаһының инвестицион йәлеп итеүсәнлеген күтәреү факторы булараҡ, төбәк инновацион стратегияһы» хупланды. Был стратегияның маҡсаты булып тотороҡло иҡтисади үҫеш нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу тора.
Башҡортостан Республикаһының 2008-2010 йылдарға республика маҡсатлы инновацион программаһы ҡабул ителде, уның төп маҡсаты булып төбәк инновацион системаһын булдырыу тора. Инновацион проекттарҙы һәм уларҙы тормошҡа ашырыу барышын үҙәкләштерелгән иҫәпкә алыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Берҙәм инновацион проекттары реестрын алып барыу тураһында Положение раҫланды.
Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына яңы перспективалы технологияларҙы индереү, инновацион производстволарҙы үҫтереү, инновацион процестарға бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын йәлеп итеү маҡсаттарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының «Башҡортостан Республикаһының ун иң яҡшы инновацион идеяһы» республика инновацион проекттар конкурсы тураһында Положение раҫланды.
Төҙөлөш
Һуңғы биш йылда ”Төҙөлөш” эшмәкәрлеге төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме 2 тапҡырға артты. Был күрһәткес буйынса республика, дөйөм Рәсәй подряд эштәре күләменең 2,5-3 процентын башҡарып, Рәсәй Федерацияһында тотороҡло рәүештә 7-се урынды биләй.
2007 йылда, юбилей сараларына ярашлы, 40 объектта төҙөлөш-монтаж эштәре юғары темпта алып барылды. Күп функциялы “Конгресс-холл”, “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексы, “Аҡбуҙат ипподромы”, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты кеүек уникаль ҡоролмалар, бер нисә ҙур юл хужалығы объекттары сафҡа индерелде. Өфө тимер юл вокзалы комплексы реконструкцияланды.
Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре үҫеүен дауам итте. “Рәсәй граждандарына арзан һәм уңайлы торлаҡ” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу 2007 йылда 1 млн. 856,8 мең кв. м дөйөм майҙан менән торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырыуға булышлыҡ итте, йәғни бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда 8,9 процентҡа артығыраҡ. Был һуңғы 16 йылда иң юғары күрһәткес. Халыҡҡа бирелгән ипотека торлаҡ кредиттары күләме буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында һәм Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Бер йылда халыҡҡа 11,3 млрд. һумлыҡ ипотека кредиты бирелде, был 2006 йыл кимәленән 20,4 процентҡа күберәк.
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға социаль ярҙам системаһы нигеҙендә элек балалар йорттарында һәм интернат-мәктәптәрҙә тәрбиәләнгән 99 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә – 50 кеше.
2733 уҡыусыға иҫәпләнгән 12 яңы дөйөм белем биреү учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды. Һаулыҡ һаҡлау объекттары, шул иҫәптән 760 койкалыҡ дауахана учреждениелары төҙөлдө. 1540 урынлыҡ клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениелары сафҡа индерелде.
2008 йылдың I ярты йыллығында республика территорияһында финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 813,3 мең кв. м дөйөм майҙан менән 9,87 мең яңы фатир төҙөлдө.
Ауыл хужалығы
Агросәнәғәт комплексы республиканың иҡтисади сәйәсәте өҫтөнлөктәренең береһе булып тора. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләме буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында 3-сө урынды биләй.
2010 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексын тотороҡло үҫтереү программаһы, шулай уҡ был өлкәләге өҫтөнлөклө милли проект сараларын тормошҡа ашырыу аграр секторҙағы ыңғай тенденцияларҙы нығытыуға һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса алдынғы позицияларҙы һаҡлауға булышлыҡ итте. “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан бигерәк тә малсылыҡ буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды. Республика һөт етештереү буйынса илдә алда бара, уның күләмдәре 1990 йыл күрһәткестәренән 16,6 процентҡа күберәк.
2007 йылда тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 83,7 млрд. һум тәшкил итте (2006 йылға ҡарата үҫеш 3,1%). 2008 йылдың беренсе ярты йыллығында тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 30384,9 млн. һум тәшкил итте, йәғни 2007 йылдың шул уҡ осоро кимәленә ҡарата 102,3%. Быйыл йыл башына республикала төрлө ойоштороу-хоҡуҡи формаһындағы 1274 ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй.
Финанстар
Республикала финанс ағымдарына контроль механизмдарын камиллаштырыу, бюджетҡа түләүҙәр буйынса бурысты ҡыҫҡартыу буйынса саралар күреү иҫәбенә, Башҡортостан Республикаһының финанс дисциплинаһын нығытыуға, бюджет табыштарын арттырыуға йүнәлтелгән даими эш алып барыла.
2007 йылда Башҡортостан Республикаһы территорияһында бөтә кимәлдәр бюджеттарына һәм бюджеттан тыш фондтарға 227,9 млрд. һум түләүҙәр йыйылған, был 2006 йылдағынан 8,8 процентҡа күберәк. Керемдәрҙең дөйөм күләменән 66 проценты – федераль бюджетҡа һәм бюджеттан тыш фондтарға, 34 проценты Башҡортостан. Республикаһының тупланған бюджеты табыштарына күсерелгән.
Элекке йылдарҙағы кеүек, сығымдар структураһында социаль-мәҙәни өлкәгә сығымдар иң күбен тәшкил итте – 59,7 процент, йәғни 54879,9 млн. һум. Мәғарифҡа сығымдар бөтә бюджет сығымдарының 25,7 процентын, һаулыҡ һаҡлауға һәм спортҡа – 19,1, социаль сәйәсәткә – 9,2, мәҙәниәткә, кинематографияға һәм киң мәғлүмәт сараларына 5,7 процент тәшкил итте. Бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттар средстволары иҫәбенә юл хужалығына һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә бөтә сығымдарҙың 11,1 проценты, торлаҡ-коммуналь хужалығына – 7,3%, ауыл хужалығына һәм балыҡсылыҡҡа дәүләт ярҙамына 4,3 проценты йүнәлтелде.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ
Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешенең төп факторҙарының береһе булып тора, ул халыҡты эш менән тәьмин итеүгә, баҙарҙы сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр менән тулыландырыуға, һалым керемдәренең артыуына, урта синыфты формалаштырыуға булышлыҡ итә.
2007 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 10,9 процентҡа артты һәм 114,2 мең берәмек тәшкил итте. 2007 йылда бәләкәй предприятиелар иҫәбе 13,8 процентҡа артты һәм 23,3 мең берәмеккә етте. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 4-се урынды биләй.
Бәләкәй бизнес субъекттары һаны артыуы һөҙөмтәһендә иҡтисадтың был секторында эшләүселәр һаны арта. 2007 йылда бәләкәй предприятиеларҙа эшләүселәр һаны 341,3 мең кеше тәшкил итте, йәғни бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда 3,4 мең кешегә күберәк. Бәләкәй бизнесҡа республика хеҙмәт ресурстарының 20 проценттан ашыуы тура килә. Бәләкәй предприятиеларҙа эшләүселәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 1-се урынды биләй.
Бәләкәй предприятиеларҙың производство ҡеүәтен арттырыуҙа инвестициялар мөһим роль уйнай. 2007 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 6,3 млрд. һум тәшкил итте, был унан алдағы йыл кимәленән 1,7 млрд. һумға күберәк булды. Бәләкәй бизнесҡа кредиттар биреүҙә банк секторы эшмәкәрлеген әүҙемләштереү дауам иттерелә. Республика территорияһында бәләкәй бизнесҡа кредиттар биреү менән 30-ҙан ашыу кредит ойошмаһы шөғөлләнә.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр
Башҡортостан Республикаһы илдең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыусы булып ҡалыуын дауам итә. Донъяның 91 иле республика партнерҙары булып тора. Республика Чехия, Великобритания, Ҡаҙағстан, Нидерландтар, Ҡытай, Лихтенштейн, Италия, Германия, Финляндия һәм Украина менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Тәүге тапҡыр Джерси, Антил һәм Бермуд утрауҙары, Катар, Мьянма, Пуэрто-Рико һәм Сан-Марино дәүләттәре менән сауҙа бәйләнештәре урынлаштырылды.
2007 йыл йомғаҡтары буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 7,5 млрд. АҠШ долларынан ашып китте, шул иҫәптән экспорт күләме – 6,7 млрд. доллар (2006 йылдағынан 12 процентҡа кәмегән), импорт күләме – 828,7 млн. доллар (77 процентҡа артҡан).
Тышҡы сауҙа структураһында төп күләм, йәғни тауар әйләнешенең 83,3 проценты, элеккесә алыҫ сит илдәргә тура килә. 2007 йылда республиканың алыҫ сит илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше 6,3 млрд. доллар тиерлек тәшкил итте (2006 йылдағынан 8,2 процентҡа кәмегән). Был илдәргә экспорт 5,7 млрд. доллар күләмендә (кәмеү 13,2%) тәшкил итһә, ә импорт – 613,2 млн. доллар (үҫеш 2 тапҡырға). 2007 йылда алыҫ сит илдәр өлөшөнә дөйөм экспорт күләменең 84,4% һәм дөйөм импорт күләменең 74,0% тура килде (2006 йылда – 85,7% һәм 65,7%).
|