Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



Административ-территориаль ҡоролош



Башҡортостан Республикаһының административ картаһы

Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге Конституцияһында республиканың административ-территориаль ҡоролошо 64-се статьяла нығытылған, унда туранан-тура Башҡортостан Республикаһы составына ингән административ-территориаль берәмектәр сифатында райондар, райондарға тиңләштерелгән административ-территориаль берәмектәр (мәҫәлән, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы), республика әһәмиәтендәге ҡалалар – Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө - билдәләнгән.

1996 йылдың 14 мартындағы “Өфө ҡалаһы – Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһы статусы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы Өфө ҡалаһының Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы булараҡ статусын, Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһы функцияларын башҡарыу менән бәйле Өфө ҡалаһы урындағы дәүләт власы органдарының вәкәләттәрен билдәләй.

Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошон үҙгәртеү принциптары һәм тәртибе, республиканың административ-территориаль берәмектәрен һәм ҡала-ауылдарын теркәү, иҫәпкә алыу тәртибе һәм Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр 2005 йылдың 20 апрелендәге 178-з “Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы менән билдәләнә.

Административ-территориаль берәмектәргә һәм ҡала-ауылдарға исем биреү һәм исемен үҙгәртеү тәртибе 1997 йылдың 18 декабрендәге 152-ФЗ “Географик объекттарҙың исемдәре тураһында”ғы Федераль закон менән көйләнә, уның 9-сы статьяһына ярашлы Рәсәй Федерацияһы субъекттарында урынлашҡан географик объекттарға исем биреү һәм уларҙың исемен үҙгәртеү Рәсәй Федерацияһы субъекты күрһәтеүе буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан атҡарыла.

 

Баш ҡала

Өфө ҡалаһы

Республика барлыҡҡа килеү датаһы

1919 йылдың 23 марты

Территорияһы

142,9 мең кв.км

Халҡы (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса)

4104336

шул иҫәптән:

 

ҡала халҡы (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса)

2626613

ауыл халҡы (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыубуйынса)

1477723

Мәскәүҙән Өфөгә тиклемге алыҫлыҡ

1519 км

 

Административ-территориаль берәмектәр һаны

райондар

54

ҡалалар

21

ҡасаба Советтары

2

ауыл Советтары

953

эшселәр ҡасабалары

2

ауыл торлаҡ пункттары

4513

 

 Ҡалалар

Исеме

Барлыҡҡа килеү көнө

Өфө

1574

Ағиҙел

1991

Баймаҡ

1938

Бәләбәй

1781

Белорет

1923

Бөрө

1663

Благовещен

1941

Дәүләкән

1942

Дүртөйлә

1989

Ишембай

1940

Күмертау

1953

Межгорье

1995

Мәләүез

1958

Нефтекама

1963

Октябрьский

1946

Салауат

1954

Сибай

1955

Стәрлетамаҡ

1766

Туймазы

1960

Учалы

1963

Яңауыл

1991

 

Райондарһәм район үҙәктәре

Райондарҙың исеме

Район үҙәктәренең исеме

Әбйәлил

Асҡар ауылы

Әлшәй

Раевка эшселәр ҡасабаһы

Архангел

Архангел ауылы

Асҡын

Асҡын ауылы

Аурғазы

Талбазы ауылы

Баймаҡ

Баймаҡ ҡалаһы

Баҡалы

Баҡалы ауылы

Балтас

Иҫке Балтас ауылы

Бәләбәй

Бәләбәй ҡалаһы

Балаҡатай

Яңы Балаҡатай ауылы

Белорет

Белорет ҡалаһы

Бишбүләк

Бишбүләк ауылы

Бөрө

Бөрө ҡалаһы

Благовар

Языково ауылы

Благовещен

Благовещен ҡалаһы

Бүздәк

Бүздәк ҡасабаһы

Борай

Борай ауылы

Бөрйән

Иҫке Собханғол ауылы

Ғафури

Красноусол эшселәр ҡасабаһы

Дәүләкән

Дәүләкән ҡалаһы

Дыуан

Мәсәғүт ауылы

Дүртөйлө

Дүртөйлө ҡалаһы

Йәрмәкәй

Йәрмәкәй ауылы

Ейәнсура

Иҫәнғол ауылы

Йылайыр

Йылайыр ауылы

Иглин

Иглин эшселәр ҡасабаһы

Илеш

Үрге Йәркәй ауылы

Ишембай

Ишембай ҡалаһы

Ҡалтасы

Ҡалтасы ауылы

Ҡариҙел

Ҡариҙел ауылы

Ҡырмыҫҡалы

Ҡырмыҫҡалы ауылы

Ҡыйғы

Үрге Ҡыйғы ауылы

Краснокама

Николо-Березовка эшселәр ҡасабаһы

Күгәрсен

Мораҡ ауылы

Кушнаренко

Кушнаренко ауылы

Көйөргәҙе

Ермолаево эшселәр ҡасабаһы

Мәләүез

Мәләүез ҡалаһы

Мәсетле

Оло Ыҡтамаҡ ауылы

Мишкә

Мишкә ауылы

Миәкә

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы

Нуриман

Красная Горка ауылы

Салауат

Малаяҙ ауылы

Стәрлебаш

Стәрлебаш ауылы

Стәрлетамаҡ

г. Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Тәтешле

Үрге Тәтешле ауылы

Туймазы

Туймазы ҡалаһы

Өфө

Өфө ҡалаһы

Учалы

Учалы ҡалаһы

Федоровка

Федоровка ауылы

Хәйбулла

Акъяр ауылы

Саҡмағош

Саҡмағош ауылы

Шишмә

Шишмә эшселәр ҡасабаһы

Шаран

Шаран ауылы

Яңауыл

Яңауыл

 

(“Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль
ҡоролошо” баҫмаһы мәғлүмәттәренән.- Белешмә. Өфө, 2007)


 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru