Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



Дәүләт ҡоролошо



Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында республиканьң барлыҡ ҡүп милләтле халҡы ихтыярың һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы демократик хоҡуҡи дәүләт булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһыньң хакимиәт даирәһенән һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәренән тыш дәүләт власының бөтә тулылығына эйә.

Башҡортостан Республикаһында дәуләт власы закондар cығapыy, башҡарма һәм суд власына бүленеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Республикаһында дәүләт власын Башҡортостан Республикаһы Дәуләт Йыйылышы - Ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы судтары тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Республикаһы Дәуләт Йыйылышы - Ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһы дәуләт власының юғары һәм берҙэн бер закондар сығарыу (вәкиллекле) органы булып тора. Башҡортостан Республикаһы Дәуләт Йыйылышы - Ҡоролтайы 120 депутаттан тора һәм биш йылға һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Башҡортостан Республикаһы башлығы һәм юғары вазифалы кешеһе булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рәсәй Федерацияһы Президенты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡа Федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәуләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһы дәуләт власы органдары, урындағы уҙидара органдары, йәмәгәт берекмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһы исеменән эш итә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, уның территорияһында законлылыкты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты биш йылға һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Президенты етәкселек иткән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы дәуләт власының юғары башҡарма органы булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһы министрҙары, дәуләт комитеттары рәйестәре һәм ведомстволары етәкселәре составында төҙөлә.

Башҡортостан Республикаһында суд власын Башҡортостан Республикаһының Конституция суды, федераль судтар һәм мировой судьялар тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Республикаһында урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе халыҡ тарафынан үҙ аллы хәл итеүҙе, муниципаль милеккә хужа булыуҙы, файҙаланыуҙы һәм уның менән эш итеүҙе тәьмин итеүсе урындағы үҙидара таныла һәм гарантиялана. Урындағы үҙидара органдары структураһы халыҡ тарафынан үҙ аллы билдәләнә.

Өфө ҡалаһы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы булып тора. Республика Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы составына инә.


 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru