Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



Тәбиғәт



Географик урыны

Башҡортостан Республикаһының майҙаны – 143 мең кв.км (дөйөм Рәсәй Федерацияһы майҙанының 0,8 процентын биләй). Ул Көньяҡ Уралдың ҙур өлөшөн, Башҡортостандың Урал алды тигеҙлектөрен һәм Башҡортостан Урал аръяғының убалы тигеҙлектәрен биләй. Төньяҡта Башҡортостан Пермь һәм Свердловск өлкәләре, көнсығышта – Силәбе, көньяҡ-көнсығышта, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта – Ырамбур өлкәһе, көнбайышта – Татарстан Республикаһы, төньяҡ-көнбайышта Удмурт Республикаһы менән сиктәш. Территорияһы төньяҡтан көньяҡҡа 550 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа 430 километрҙан ашыуға һуҙылған.

Башҡортостанға тәбиғәт шарттары һәм ресурстарының күп төрлөлөгө хас. Башҡортостан Урал алдының убалы тигеҙлектәре республика майҙанының өстән ике өлөшөн, таулы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралды дүрттән бер өлөшөнән күберәген, ә Башҡортостан Урал аръяғының ваҡ таулыҡтар теҙмәһе ундан бер өлөш самаһын биләй. Европа менән Азия тоташҡан Көнсығыш Европа тигеҙлегенән Урал тауҙарына, унан һуң Көнбайыш Себер тигеҙлегенә күскән һыҙатта урынлашҡан Башҡортостан үҙенең тәбиғәтендә ошо төрлө урындарға хас үҙенсәлектәрҙе сағылдыра.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһында ла Волга-Кама, Урал, Себер һәм Ҡаҙағстанға хас булған тереклек төрҙәрен осратырға мөмкин. Башҡортостан биләмәһе урта бүлкәттең дүрт географик зонаһы: ҡатнаш урмандар, япраҡлы урмандар, урман-дала һәм дала зоналаларына инә. Был зоналар рельеф йоғонтоһонда киңлек йүнәлешенән ҡырҡа тайпылып, көньяҡҡа күскән. Һөҙөмтәлә тупраҡ, үҫемлек төрҙәрендәге айырмалыҡтар төньяҡтан көньяҡҡа күскәнгә ҡарағанда көнбайыштан көнсығышҡа табан нығыраҡ һиҙелә. Республиканың төньяғынан көньяҡ сигенә тиклем һуҙылған Урал тауҙары был йәһәттән ҙур роль уйнай. Был тауҙар урман зонаһының көньяҡҡа, урман-дала һәм далалар зонаһына төпкә үк үтеп инеүен билдәләй. Республика территорияһының өстән бер өлөшөнән ашыуырағы урмандар менән ҡапланған. Далаларҙың 78 процентын һәм урман-дала зонаһының 31 процентын ҡара тупраҡлы ерҙәр биләй. Республикала 13 меңдән ашыу йылға, 2,7 мең күл, быуа һәм һыуһаҡлағыс иҫәпләнә.

Башҡортостан (Көньяҡ) Уралдың климат, тупраҡ һәм үҫемлектәр донъяһында бейеклек бүлкәтенә хас үҙенсәлектәр асыҡ сағыла. Бында тәбиғәт ландшафты тау итәктәре һәм тәпәш тауҙар һыҙатындағы далалар һәм урман-далаларҙан бейек тау баштарындағы (1600 метрға тиклем һәм унан юғарыла) шәрә түбәләр (гольцевой пояс) бүлкәтендә 600-ҙән 1000-1100 метрға бейеклектә үҫкән шыршы һәм аҡ шыршы тайгаһына алмашына. Башҡортостан Урал алдының убалы тигеҙлектәренә уйһыулыҡтар һәм киң йылға үҙәндәре буйлап көньяҡҡа хас ландшафттың төньяҡҡа, урман-даланың урман зонаһына (Танып һәм Мәсәғүт урман далаһы) һәм даланың урман зонаһына (Дим-Сәрмәсән дала коридоры) үтеп инеүе күҙәтелә. Башҡортостандың Урал аръяғында тәбиғәт ландшафты Көнбайыш Себерҙең көньяк һыҙаты һәм Ҡаҙағстандың төньяҡ өлөшө тәбиғәтенә оҡшаш. Башҡортостан территорияһы материктың төпкөлөндә урынлашҡан һәм Атлантик океан өҫтөндә хасил булған һауа массалары бында үҙгәреп инә. Төньяҡтан республика Төньяҡ боҙло океан, көньяҡтан Ҡаҙағстандың һәм Каспий буйы уйһыулығының ҡоролоҡло төбәктәре йонғонтоһона киң асыҡ. Урал тауҙары ҡышын Себерҙән иҫкән һалҡын елдәргә ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы климатының континенталь булыуын билдәләй.

 

Тәбиғәт ресурстары

Башҡортостандағы минераль-сеймал ресурстарының күп төрлөлөгө һәм үҙенсәлеклелеге, уның биләмәләге бүленеше, башлыса республиканың физик-географик урыны менән бәйле. Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашып, уның биләмәге геологик төҙөлөшө буйынса бер-береһенән ярайһы уҡ айырылып торған бер нисә зонаны: Рус платформаһының Көнсығыш өлөшөн, Урал алды бөгөлөн, Уралдың таулы йыйырсыҡлы өлкәһен һәм Урал аръяғын үҙ эсенә ала. Һәр зонаға үҙенең бай файҙалы ҡаҙылмалар йыйылмаһы хас. Платформа өлөшөндә һәм бөгөлдә нефть һәм газ ятҡылыҡтары, йыйырсыҡлы өлкәлә һәм Урал аръяғында рудалы ҡаҙылмалар күп таралған.

Башҡортостан Республикаһы территорияһында алтмыш төрлө минераль сеймалдың 3 меңдән ашыу ятҡылығы билдәле. Дәүләт балансында 1170 ятҡылыҡ иҫәпләнә, разведкаланған запастарҙа нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеүҙе, ҡара һәм төҫлө металлургияны, химия производствоһын һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙе үҙ эсенө алған ҡеүәтле минерал-сеймал комплексы булдырылған. Нефть сығарыу һәм тау-сығарыу комплексы предприятиеларының географик урыны Башҡортостан территорияһының геологик төҙөлөшө үҙенсәлектәренә тап килә: республиканың көнбайыш өлөшөндә, Рус платформаһының палеозой ҡатламында нефть һәм газ ятҡылыҡтары, көнсығыштағы Үҙәк Урал ҡалҡыулығында баҡыр колчеданы, тимер һәм марганец рудалары тупланған.

Яғыулыҡ ресурстары, тәү сиратта нефть республика минераль-ресурстар базаһының нигеҙен тәшкил итә. 1932 йылдан башлап нефть ятҡылыҡтарын сәнәғәт йәһәтенән эшкәртеү осоронда 1,3 миллиард тоннанан ашыу нефть, 70 миллиард куб. метр тәбиғи һәм эйәрсән газ сығарылған, 250-нән ашыу нефть һәм газ ятҡылығы асылған. Бөгөн 165 нефть һәм газ ятҡылығы эшкәртелә. Улар Урал алды тигеҙлегендә урынлашҡан. Урал аръяғы колчеданының эре ятҡылыҡтары, шулай уҡ руда һәм алтын һибелмәләре менән үҙенсәлекле. Башҡортостан Республикаһында Уралдағы төҫлө металлургияның сеймал базаһының ҙур өлөшө тупланған, баҡыр һәм цинк запастары Урал буйынса ошондай металл туҡымаларының ярашлы рәүшетә 30 процентын һәм 47,7 процентын тәшкил итә. Республика – баҡыр, цинк концентраттарын иң эре етештереүселәренең береһе, Баҡыр колчеданы рудалары комплекслы ҡаҙылмалар, уларҙан ҡиммәтле рудалар ҙа алына. Бөтә Рәсәйҙә концентраттарҙа баҡыр сығарыу күләмендә республиканың өлөшө 12-15 процент, дөйөм Урал күләмендә - 35 процент, цинк буйынса был күрһәткес ярайһы уҡ юғары һәм Уралда конценттраттарҙа цинк сығарыу күләменең 69 процентын тәшкил итә. Дөйөм Рәсәйҙә рудалы цинк сығарыуҙа республика өлөшө 49 процент, баҡырҙыҡы 10 процент самаһы тәшкил итә. Комплекслы баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарынан эйәрсен алтын сығарыуҙы иҫәпкә алғанда Урал төбәгендә алтын сығарыу буйынса республика икенсе урынды биләй. Эштәр башҡарылған осорҙа республика ер ҡатламдарынан 460 тоннаға яҡын алтын сығарылған. Ҡиммәтле металдар сығарыу йомғаҡтары буйынса 2007 һәм 2006 йылдарҙа алтын һәм көмөш сығарыуҙың артыу тенденцияһы билдәләнә.

Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары аллювийында ваҡ алмас кристалдарының байтаҡ табылдыҡтары бар, был алмастыя төп сығанаҡтарын эҙләү өсөн яҡшы тәүшарт булып тора.

Башҡортостан Республикаһының дәйәм таралған файҙалы ҡаҙылмалары минераль-сеймал базаһының маҡсатҡа ярашлы тәғәйенләнеше – уның, нигеҙҙә, урындағы сәеәғәт предприятиелары тарафынан файҙаланылыуы, сеймалды республиканан ситкә сығарыу баҙар ихтыяждары күләмендә тормошҡа ашырыла.

Уҙған йылдарҙағы геологик тикшеренеүҙәр барышында республиканың ер ҡатламдары дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар йәһәтенән ярайһы уҡ тулы тикшерелгән. Республиканың ер ҡатламдарында дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙың тулы исемлеге тупланған. Был ҡаҙылмалар республиканың административ райондарында бер тигеҙ таралған тиерлек. Төҙөлөш материалдары етештереү кирбес һәм керамзит балсығы, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы, төҙөлөш таштары һәм ҡомдоң, гипс, эзбиз етештереү өсөн карбонат тоҡомдарының разведкаланған запастары менән тәьмин ителә.

Сығарылған ҡом-ҡырсынташ материалдарының һәм ваҡ таштың бер өлөшө республиканан ситкә сығарыла. Шул уҡ ваҡытта урындағы сеймалдан йөҙләү таштары етештереү тейешенсә үҫешмәгән.

Һуңғы йылдарҙа дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы тулыландырыу (запастарын арттырыу) ер ҡатламдарынан файҙаланыусыларҙың үҙ средстволары иҫәбенә генә тормошҡа ашырыла.

Дөйөм алғанда республика яғыулы-энергетика һәм химия сәнәғәтен, ҡара һәм төҫлө металлургияны, төҙөлөш материалдары сәнәғәтен һәм индустрияның башҡа тармаҡтарын артабан үҫтереү өсөн тейешле сеймал баҙаһына эйә.

Башҡортостан Республикаһының территорияһы Волга, Урал, Обь йылғалары бассейнында урынлашҡан. Республиканың һыу ресурстары сиктәш территорияларҙан (Силәбе, Пермь, Свердловск, Ырымыбур өлкәләре һәм Татарстан Республикаһы) ағып килгән һыуҙарҙан, шулай уҡ республиканың үҙендә барлыҡҡа килгән ресурстарҙан туплана.

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә барлыҡҡа килгән йыл һайын яңырыусан ер өҫтө һыуҙары запасының уртаса күләме 25,5 куб. километр; күрше өлкәләрҙән һәм Татарстан Республикаһынан ағып килгән һыуҙарҙы иҫәпкә алғанда ресурстар 35,0 куб. километрға тиклем арта. Республика Рәсәй Федерацияһы менән сағыштырғанда һыу ресурстары менән аҙыраҡ тәьмин ителгән: Башҡортостанда 1 кешегә йылына 8750 куб. метр, йәки тәүлегенә 24 куб. метр, ә Рәсәй буйынса йылына 29380 ууб. метр, йәки тәүлегенә 80 куб. метр һыу тура килә.

Республикалағы һыу ресурстары миҙгел буйынса ла (бер йыл эсендә һәм йылдар буйы үҙгәрештәрҙең ҙур булыуы), территория буйынса ла тигеҙһеҙлеге менән айырылып тора. Йыллыҡ ағымдың төп өлөшө - 70 процентҡа тиклеме – яҙғы ташҡын осорона тура килә.

Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 57 мең километрҙан ашыу 13 меңгә яҡын йылға иҫәпләнә. Шуларҙың төп өлөшөн (һан буйынса 99,9 процентын һәм оҙонлоғо буйынса 87 процентын) 10 километрҙан ҡыҫҡараҡ йылғалар тәшкил итә.

Йылғаларҙың республика территорияһында тигеҙ урынлашмауы, бер йылда һәм йылдар буйы үҙгәрештәрҙең ҙур булыуы халыҡты һәм иҡтисадты етерлек күләмдә һыу менән тәьмин итеүҙе ҡатмарлаштыра. Ҡоролоҡло йылдарҙа был айырыуса киҫкен сағыла.

Республиканы һыу менән тәьмин итеү проблемаһы йылғаларҙағы һыуҙы һыу һаҡлағыстар һәм быуалар менән көйләү, уны биләмәләрҙә ваҡытҡа ҡарап ҡайтанан бүлеү юлы менән хәл ителә.

Әле Башҡортостан Республикаһы территорияһында 443 һыу һаҡлағыс һәм быуа файҙаланыла, шуларҙан 119 һыу һаҡлағыста 1,0 миллион куб метрҙан ашыу һыу тупланған. Урал алдында (Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Сәрмәсән, Баҙы, Сөн, Өҫән йылғаларында) ағымдың юғары дәрәжәлә көйләнеүе билдәләнә.

Урал йылғаһы ҡушылдыҡтары аҡҡан Башҡортостандың Урал аръяғы дым күләме, йылдың йылы осоронда һәм тотош йыл буйы яуым-төшөм иң аҙ булған төбәк. Һуңғы йылдарҙа бында түбәндәге һыу һаҡлағыстар төҙөлгән: Хәйбулла районындағы Ташлы йылғаһында 49,4 миллион куб. метр һыуҙы үҙ эсенә алған Аҡъяр һыу һаҡлағысы, Һаҡмар йылғаһында 26,1 миллион куб. метрлыҡ Һаҡмар, Таналыҡ йылғаһында 14,2 миллион куб. метрлыҡ Таналыҡ (Хворостянский), Маҡан йылғаһында 9,3 миллион куб. метрлыҡ Маҡан, Быҙаулыҡ йылғаһында 2,1 миллион куб. метрлыҡ Матрай һыу һаҡлағыстары.

Эре һыу һаҡлағыстар, ҡағиҙә булараҡ, күп маҡсатлы комплекслы тәғәйенләнешкә эйә һәм ағымды йылдар буйы көйләй. Бәләкәй һыу һаҡлағыстарҙы һәм быуаларҙы йыл миҙгеленә ҡарап көйләү өсөн, шулай уҡ халыҡты һәм иҡтисадтың айырым тармаҡтарын һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланалар.

Республикала 2 меңгә яҡын күл иҫәпләнә, шуларҙың 75 проценты көнбайышта тигеҙлекле райондарҙа, ҡалғандары, башлыса, Башҡортостандың Урал аръяғында урынлашҡан.

Республиканың ер өҫтө һыу объекттары иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарын һәм халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙең төп сығанағы булып тора. Сәнәғәттең һыуҙы күпләп файҙаланыусы тармаҡтарын үҫтереү ер өҫтө һыу объекттарын юғары дәрәжәлә файҙаланыуҙы талап итә. Һөҙөмтәлә ер өҫтө һыуҙарына антропоген баҫым арта һәм уларҙың тәбиғи сифаттары ҙур үҙгәрештәргә дусар була.

Башҡортостан Республикаһында ер аҫты һыуҙарының майҙан һәм киҫелеш буйынса бүленеше тигеҙһеҙ һәм ҡатмарлы. Был тау тоҡомдарының литологик составының һәм һыу-физик билдәләренең, тупланыу шарттарының төрлөлөгө, территорияның геофизик үҫеш тарихы һәм республиканың төрлө тарафтарында хәҙерге физик-географик шарттарҙың үҙенсәлектәре менән бәйле.

Айырым тауҙарҙағы бейек һырттарҙа тоҙ миҡдары бер литрҙа 0,1 грамдан аҙыраҡ булған үтә сөсө ер аҫты һыуҙары барлыҡҡа килә, республиканың көньяҡ-көнсығышында дала шарттарында яуым-төшөм аҙ булған айырым участкаларҙа тоҙлораҡ (1 литрҙа 10 грамға тиклем) ер аҫты һыуҙары таралған. Гипс һәм гипслы тоҡомдар таралған майҙанда физик-географик шарттарҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан минераллашыуы 1 литрҙа 2-3 грамға тиклем булған сульфатлы, кальцийлы һыуҙар туплана, һыу үткәреүсән ултырма тоҡомдар ятҡылығының тәрәнлеге артҡан һайын уларҙа минераллашыуы һәм химик составы буйынса күп төрлө һыуҙар барлыҡҡа килә. Уларҙың составында көкөртлө водород һәм башҡа микроэлементтар бар. Был һыуҙарҙы дауалау йәки сәнәғәт маҡсатында уларҙағы микрокомпоненттарҙы алыу өсөн файҙаланырға мөмкин, йәғни был һыуҙар минерал һәм сәнәғәт һыуҙарына ҡарай.

Республикалағы 21 ҡаланың 19-ында тотороҡло запастары булған ер аҫты һыуҙары теге йәки был дәрәжәлә файҙаланыла. Ауыл район үҙәктәре өсөн запастар республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш өлөштәрендә тупланған. Республиканың көньяҡ-көнсығышындағы ҡайһы бер тораҡ пункттар буйынса төркөмлө һыу үткәргестәр өсөн һыу алыу ҡоролмалары аҫтында запастар тупланған.

Республика территорияһындағы ер аҫты эсәр һыу ятҡылыҡтары тигеҙ урынлашмаған. Ҡайһы бер участкаларҙа улар бөтөнләй юҡ. Республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшө һәм ҡайһы ваҡыт үҙәк һәм төньяҡ райондар өсөн тоҡомдарҙа һыуҙың аҙлығы һәм ер аҫты һыуҙарының ҡайһы саҡта эсеүгә яраҡһыҙлығы хас. Запастарҙың төп өлөшөн Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларындағы ятҡылыҡтар тәшкил итә.

Минераль эсәр һәм шифалыф һыуҙарҙың күҙалланған эксплуатация ресурстары тәүлегенә 2,0 миллион куб. метрҙан артмай. Рус платформаһында һәм Урал алды бөгөлөндә көкөртлө водородҡа бай шифалы һыуҙар киң таралған.

Башҡортостан Республикаһы урман фонды ерҙәренең дөйөм майҙаны 6,3 миллион гектар тәшкил итә. Республика территорияһында урмандар тигеҙ урынлашмаған, көньяҡ-көнбайыш райондарҙа урманлыҡтар 6-10 процент булһа, республиканың көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында 60-90 процентҡа етә.

Беренсе төркөм урмандары 1360,7 мең гектар (25,4%), икенсе төркөм – 1365,4 мең гектар (25,4%) һәм өсөнсө төркөм 2641,4 мең гектар (49,2%) майҙанды биләй.

Башҡортостан Республикаһында урманды тәшкил итеүсе төп тоҡомдар – ҡайын, йүкә, ҡарағай, уҫаҡ, шыршы, имән һ.б. ерҙәрҙең 99,7 процентынан ашыуын, башҡа ағастар (муйыл) һәм ҡыуаҡлыҡтар (ҡыуаҡлы тал) ҡалған майҙанды биләй.

Урманды тәшкил итеүсе төп тоҡомдар хужалыҡтарға бүленә: ылыҫлылар – 23%, ҡаты япраҡлылар – 10% һәм йомшаҡ япраҡлылар – 67%.

Ылыҫлы хужалыҡта иң ҙур удель ауырлыҡты республиканың таулы-урманлы зонаһында үҫкән ҡарағай ағастары (ылыҫлы хужалыҡтың 68,6%) биләй. Шыршы ағастары ылыҫлы хужалыҡ майҙанының 23,7 процентын, аҡ шыршы – 3,8, ҡарағастар 3,9 процентын биләй.

Урман фонды мәғлүмәттәре буйынса, 1 гектарҙа ағастарҙың уртаса дөйөм запасы 2008 йылдың 1 ғинуарында 149 куб. метр, өлгөргән һәм ҡарт ағастар 178 куб. метр тәшкил иткән. Урман фондының 2007 йылдың 1 ғинуарына бирелгән мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда, 1 гектарҙа уртаса дөйөм ағас запасы үҙгәрешһеҙ ҡала. 2007 йылда ағастарҙың уртаса йыллыҡ артымы 13,66 миллион куб. метр, йәки урмандар менән ҡапланған ерҙәрҙең 1 гектарында 2,84 куб. метр тәшкил иткән.

Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы хайуандар донъяһы Башҡортостан Республикаһы граждандарының рухи һәм матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә яҡлап һаҡланған һәм рациональ файҙаланылған дәүләт милке, Ерҙәге тәбиғи мөхиттең һәм биологик төрҙәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө, яңыртылыусан тәбиғәт ресурсы, биосфераның мөһим көйләүсе һәм тотороҡландырыусы компонент булып тора.

Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһының күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Уның территорияһында 77 имеҙеүсе, 300-ҙән ашыу ҡош, 42 балыҡ, 11 һөйрәлеүсе, 10 ер-һыу хайуаны, 15 мең бөжәк, 276 үрмәксе, 70 талпан, 120 моллюск, 140 ҡыҫала һымаҡтар, 1 меңгә яҡын селәүсен төрҙәре теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк осрай торған һәм юғалыу сигендә булған хайуандарға ҡараған 18 имеҙеүсе, 49 ҡош, 7 балыҡ, 3 ер-һыу хайуаны, 6 рептилия һәм 29 умыртҡаһыҙ хайуан, шул иҫәптән 28 бөжәк төрө йәшәй. Айырым ихтибарға лайыҡ булған хайуандар донъяһы объекттары исемлегенә 71 төр, шул иҫәптән 23 бөжәк, 5 балыҡ, 1-әр ер-һыу хайуаны һәм һөйрәлеүсе, 34 ҡош һәм 7 имеҙеүсе хайуан төрҙәре индерелгән.

 

 


 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru