Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



Тарих



Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының Көньяҡ Урал һәм Урал буйы биләмәһендә урынлашҡан, төп халыҡ – башҡорт исемен йөрөткән иң эре субъекттарының береһе.

Башҡортостан тарихы – төбәктең төп халҡы башҡорттарҙың, шулай уҡ XVII-XX быуаттарҙа күсеп килгән рус, татар, мишәр, мари, сыуаш, удмурт, мордва, украиндарҙың һәм Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының тарихы ул. Башҡортостан тарихи үҫештең оҙайлы һәм ҡатмарлы юлын үтә. Башҡорттар беҙҙең дәүергә тиклем беренсе мең йыллыҡтың тәүге яртыһында Көньяҡ Уралда үҙаллы этнос булараҡ барлыҡҡа килгән иң боронғо Евразия халыҡтарының береһе. Башҡорт халҡы составына ингән айырым ҡәбиләләр тураһындағы тәүге яҙмалар Геродот әҫәрҙәрендә (беҙҙең дәүергә тиклем V быуатта) осрай. Птолемей картаһында (беҙҙең дәүерҙең II быуатында) Daiks йылғаһы (әле Урал йылғаһы) күрһәтелгән. Сәлләм Тарджеман (IX быуат) һәм Әхмәт Ибн Фаҙлан (X быуат) әҫәрҙәрендә ҡиммәтле мәғлүмәттәр бар; әл-Бәлхи (X быуат) башҡорттар хаҡында ике төркөмгә бүленгән һәм береһе Көньяк Уралда, икенсеһе – Дунай буйында Византия сиге эргәһендә йәшәүсе халыҡ, тип яҙа. Уның замандашы Ибн Русте, башҡорттар – “Урал һыртының ике яғы буйлап Волга, Кама, Тубыл һәм Яйыҡтың үрге ағымы араһындағы территорияны биләүсе үҙаллы халыҡ” тип билдәләй. Географ Иҙриси (XII быуат) Эске Башҡортостанды, Тышҡы Башҡортостанды һәм башҡорттарҙың Немжан, Гурхан, Ҡаракия, Ҡасра, Масра ҡалаларын иҫәпкә ала.

Мең йыллыҡ аҙағында башҡорт ҡәбиләләре берләшмәләре әкренләп дәүләт булып ойоша башлай. X-XI быуаттарҙа уларҙа билдәле бер социаль-иҡтисади һәм сәйәси тормош барлыҡҡа килә. Борон башҡорт этносы нигеҙен тотороҡло ете ырыу берләшмәһе тәшкил итеүе, ә дәүләт биләмәләренә етәкселекте Башҡорт хан, Мөйтән бей, Маҡы бей, Мәсем хан тормошҡа ашырыуы хаҡында бик күп тарихи риүәйәттәр һаҡланып ҡалған. Беҙҙең дәүерҙең тәүге мең йыллығы аҙағында йәшәүсе ғәрәп авторҙары Сәләм Тәрджеман, Әхмәт ибн Фаҙлан, Джейхани, Әбү-Зәйед Әл Бәлхи һәм башҡалар башҡорттарҙы борон-борондан Көньяҡ Уралда йәшәүсе эре этнос тип билдәләүе осраҡлы түгел. Күренекле фарсы тарихсыһы Рәшит ад-дии татар-монгол яуына тиклем Дешт-и-Кышчак, Булғар, Русь, Черкес кеүек илдәр менән бер рәттән, Көньяҡ Урал биләмәһен күҙ уңында тотоп, Башҡорт илен дә иҫкә ала. X быуаттан башҡорттар араһында ислам тарала. XIV быуатта ул төп дингә һәм башҡорт этносын һаҡлап ҡалыуҙың төп факторҙарының береһенә әүерелә.

Башҡорттар тарихының тағы ла бер үҙенсәлеге: күп быуаттар дауамында улар Төркиә ҡағанаты, Хазар ҡағанаты, Дешт-и-Кышчак, Булғар ханлығы, Алтын Урҙа кеүек ярайһы уҡ эре дәүләт биләмәләре менән күрше йәки улар составында йәшәй, был хәл сәйәси берҙәмлеккә кире йоғонто яһай һәм уларға ҡаршы көрәшеү менән бер рәттән этник, шулай уҡ территориаль берҙәмлектең, милли үҙенсәлектәрҙең башҡа формаларын эҙләргә мәжбүр итә. Атап әйткәндә, татар-монгол яуы башланғас, башҡорттар ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң баҫҡынсылар менән килешеү төҙөргә һәм улар ханының власын танырға мәжбүр була. Был башҡорттарға Алтын Урҙала билдәле бер автономияға өлгәшеү мөмкинлеген бирә.

Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң башҡорт ырыуҙары Нуғай урҙаһы, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары составына, бер өлөшө Әстрхан ханлығына инә. XVI быуат уртаһындағы ҡатмарлы хәлдә, үҙ аллы дәүләт төҙөү өсөн шарттар булмаған осорҙа башҡорттар шул заман өсөн хаҡлы ҡарар ҡабул итә - батша Иван Грозный хөкүмәте менән килешеү нигеҙендә рус подданныйлығын ҡабул итә һәм ғәҙәти тормош алып барыу мөмкинлегенә эйә була.

Рәсәйгә ҡушылыуҙың тәүге йылдарында башҡорттар Тубыл йылғаһының урта һәм үрге ағымынан алып Волгаға тиклем Һарытауҙан Һамарға тиклем, Илек һәм Яйыҡ йылғаларынан алып Каманың урта ағымы һәм Сылнаның түбәнге ағымына тиклем ҡәйәт ҙур террииторияны биләй.

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә төбәктә феодаль ыҙғыштар тамамлана, был хужалыҡ үҫешенә һәм халыҡ һанының артыуына ыңғай йоғонто яһай. Башҡорттар менән күсеп килеүсе рустар араһында хужалыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр барлыҡҡа килә, төбәктә етештереү көстәре үҫә, Рәсәй дәүләтенең сиктәре нығытыла. Рус хөкүмәте башҡорттар аҫаба хоҡуғына хужа булған ерҙәрҙе уларҙа һаҡлап ҡалыуҙы гарантиялай, ә башҡорттар, үҙҙәрен рус батшаһы подданныйҙары тип танып, хәрби хеҙмәт үтәү һәм ҡаҙнаға бал һәм ҡиммәтле йәнлек тиреләре менән яһаҡ түләү бурысын үҙ иңенә ала. 1574 йылда боронғо биләмә урынында төбәктең административ үҙәге һәм Башҡортостандың буласаҡ баш ҡалаһы - Өфөгә нигеҙ һалына.

Үҙ позицияларын нығытҡан батша властары әкренләп Башҡортостанда ике төрлө сәйәсәт үткәрә башлай: рәсми яҡтан Рәсәйгә ҡушылыу шарттарын һаҡлап ҡалып, уларҙы боҙоу юлына баҫа. XVII быуат уртаһынан башҡорт ерҙәрен баҫып алыу башлана. Уларҙа ҡәлғәләр, XVII быуат аҙағынан заводтар төҙөлә башлай. XVIII быуат башында башҡорттар территорияһында 31 нығытма барлыҡҡа килә. Тирә-яҡтағы ерҙәр дворяндарға, монастырҙарға, сауҙагәрҙәргә, ваҡ хеҙмәткәрҙәргә таратыла. Өфө воеводалары яһаҡ йыйғанда һәм суд эштәрен тормошҡа ашырғанда төп халыҡҡа ҡарата ғәҙелһеҙлеккә һәм көс ҡулланыуға юл ҡуя. XVII быуаттың икенсе яртыһы һәм XVIII быуат башында башҡорт мосолмандарын христианлаштырыу саралары үткәрелә. Ерҙәрҙе баҫып алыу, һалымдар һәм бурыстарҙың артыуы башҡорттарҙа ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Ерҙәрен һәм азатлығын яҡлап, улар үҙәк власть исеменә үтенес ҡағыҙҙары ебәрә, унан һуң – 1616, 1645, 1662-64, 1681-84, 1704-11 йылдарҙа күп тапҡырҙар ихтилалдарға күтәрелә. Көрәш башҡорттар Рәсәйгә ҡушылғанда билдәләнгән подданныйлыҡ ҡабул итеү шарттарын яҡлау лозунгылары аҫтында ғәйәт ҙур территорияла алып барыла.

Башҡорттар Рәсәйҙәге феодалдарға ҡаршы Е.И. Пугачев етәкселегендәге иң эре хәрәкәт – 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша. Ихтилалдың 1774 йылдың апреленән июль уртаһына тиклем дауам иткән икенсе этабы Башҡортостан биләмәһенә тура килә. Крәҫтиәндәр һуғышы барышында баш күтәреүселәр ике тапҡыр Өфөгә һөжүм итә, әммә уны штурм менән яулай алмай. Пугачевтың иң күренекле көрәштәштәренең береһе шағир-импровизатор, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев була. Үҙен талантлы хәрби начальник итеп күрһәткән Салауат Юлаев баш күтәреүселәрҙең ҙур алыштарына етәкселек итә, халыҡ араһында Пугачев манифесын тарата, Пугачев армияһын аҡса, аҙыҡ-түлек, ҡорал менән тәьмин итә, яугирҙәр йыйыу менән шөғөлләнә. Ихтилалсылар еңелгәндән һуң хөкүмәт отряды тарафынан әсирлеккә алына, язаға тарттырыла һәм Рогервикка (Палдиски, Эстония) мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә.

XVII-XVIII быуаттарҙағы өҙлөкһөҙ ихтилалдар батша хөкүмәтен төбәктәге сәйәсәтенә ярайһы уҡ етди үҙгәрештәр индерергә, башҡорттарға ғына түгел, шулай уҡ башҡа халыҡтарға ҡарата ла билдәле бер ташламалар яһарға мәжбүр итә. Башҡорттар һәм башҡа халыҡтар үҙ хоҡуҡтарын ныҡышмалы яҡлаған XVII-XVIII быуаттарҙы Башҡортостан тарихында героик осор тип билдәләргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ихтилалдарҙы ҡаты баҫтырыуҙың башҡорт йәмғиәтенең етештереү көстәрен емереүгә һәм төп халыҡ һанын етди кәметеүгә килтереүенә лә иғтибар бирергә кәрәк. Х1Х быуат аҙағында башҡорттар һан яғынан рустарҙан ҡалышып, икенсе урынды биләй. Башҡорттарҙың ергә аҫаба хоҡуҡтарын боҙоу дауам итә - XVIII быуат аҙағына башҡорттар ерҙәренең яртыһын юғалта, ә XX быуат башына төбәктәге төп халыҡ биләмәләрҙең ни бары 20 процентына ғына хужа була.

XIX быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, феодал-крепостнойлыҡ системаһы тарҡалыш һәм көрсөк кисерә, баҙар мөнәсәбәттәре үҫә, социаль ҡаршылыҡтар киҫкенләшә. Быларҙың барыһы ла XIX быуат уртаһында һәм икенсе яртыһында бөйөк реформаларға килтерә. Халыҡ тормошонда ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ массаларының дөйөм хәле ауыр булып ҡалыуын дауам итә. Әленән-әле тоҡанған яңы ихтилалдар һәм сыуалыштар ҙа ошо хаҡта һөйләй. XIX быуат башҡорт халҡы өсөн социаль-иҡтисади тормошто үҙгәртеп ҡороу осоро була. Ул ярым күсмә тормошта малсылыҡ хужалығы алып барыуҙан игенселеккә һәм ултыраҡ тормошҡа килеүҙең һуңғы осорон кисерә. Крепостнойлыҡ хоҡуғын юҡҡа сығарыу илдәге иң эре сәйәси һәм социаль-иҡтисади ваҡиға була. 1861 йылдың батша Манифесы нигеҙендә крәҫтиәндәр крепостнойлыҡтан азат ителә. Башҡорттарға һәм мишәрҙәргә идара итеүҙең кантон системаһын юҡҡа сығарыу реформаларҙың состав өлөшө була. Улар 1863 йылда граждандар сословиеһына күсерелә. Хәрби хеҙмәт урынына уларға аҡсалата һалым һалына һәм граждандар хакимиәте власы ҡарамағына индерелә.

Башҡортостанға үҙәк райондарҙан крәҫтиәндәрҙе күпләп күсереү, улар тарафынан башҡорт ерҙәрен тартып алыу башҡорт йәмғитенең социаль-иҡтисади һәм сәйәси хәленә етди йоғонто яһай. Быларҙың барыһы ла тормошто үҙгәртеп ҡороуҙың ябай булмаған процесын тағы ла ҡатмарлаштыра, башҡорттарҙың йәшәү кимәлендә лә кире сағылыш таба. XIX быуаттың икенсе яртыһы башҡорттар тарихында иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһе була. XIX быуат аҙағы – ХХ быуат башындағы рус публицист-демократтарының башҡорт халҡының тарихи яҙмышы хаҡындағы мәсьәләне күтәреүе ле осраҡлы түгел.

Тарихи үҫештең төп этаптарына ярашлы башҡорттарҙың мәҙәниәте лә формалаша. Улар тормоштоң төрлө яҡтарын сағылдырған бай фольклор туплай. Ислам динен ҡабул итеү менән яҙма рухи мәҙәниәт һәм үҙенсәлекле мәғариф системаһы үҫеш ала. Ошо дин аша башҡорттар көнсығыш халыҡтарының байтаҡ ҡаҙаныштарын ҡабул итә. Төйәк иткән Башҡортостанда шулай уҡ рус, татар, мишәр, сыуаш, мари һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте үҫә.

Рәсәй батшаһының “бүлеп ал һәм хакимлыҡ ит” тигән сәйәсәтенә һәм өҙлөкһөҙ ихтилалдарға ҡарамаҫтан, башҡорттар һәм рустар араһындағы татыу мөнәсәбәттәр XVIII-XIХ быуаттарҙа нығыныуын дауам итә. Сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр, илдең көньяҡ-көнсығыш сиген һаҡлау буйынса башҡорттар менән рустарҙың хәрби хеҙмәтте бергә үтеүе, Рәсәйҙең күрше дәүләттәр менән һуғышҡанда, иң элек 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт һыбайлыларының ҡатнашыуы быға булышлыҡ итә.

ХХ быуат Башҡортостан өсөн ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы була. Ул көсөргәнешле һәм фажиғәле ваҡиғалар менән һуғарыла. Ошо йылдарҙа төбәктең тарихи үҫешендәге төп үҙенсәлектәренең береһе – уның Рәсәй һәм СССР составындағы интеграцияһы.

1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостанда эшсе, крәҫтиән һәм милли хәрәкәттәр йәйелдерелә. Башҡорт халҡының төрлө ҡатламдары үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарын таныуҙы талап итә. 1917 йылдың ноябрендә Башҡорт мәркәз шураһы Рәсәй республикаһы составында Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Ошо уҡ йылдың декабрендә өсөнсө Бөтөн башҡорт ҡоролтайында Бәләкәй Башҡортостан (туғыҙ көнсығыш кантоны) тип аталған автономия раҫлана һәм Башҡортостан хөкүмәте ойошторола. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры, шәрҡиәтсе-тюрколог Әхмәтзәки Вәлиди уның етәксеһе була. Йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү, һалымдарҙы йыйыу һәм тотоноу, суд, ҡораллы көстәр, халыҡ мәғарифы, капиталға, ергә, ер аҫты байлыҡтарына, республика урмандары, йылға-күлдәренә һәм башҡаларға хужа булыу Башҡортостан ҡарамағына индерелә. Граждандар һуғышы башланған осорҙа большевиктар менән фекерҙәрҙең тап килмәүе һөҙөмтәһендә Башҡортостан хөкүмәте һәм уның тарафынан ойошторолған Башҡорт корпусы Һамарҙа төҙөлгән Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетын яҡлап сыға. Әммә Омскиҙа Колчак диктатураһы барлыҡҡа килгәндән һуң Башҡортостан автономияһын яҡлаусы Вәлидов хөкүмәте Совет власы яғына сыға. 1919 йылдың февраленән Башҡорт корпусы полктары Ҡыҙыл Армия яғында һуғыша.

 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында башҡорт полктары вәкилдәренең съезында Башҡортостандың Ваҡытлы хөкүмәте – Хәрби-революция комитеты ойошторола, ә ошо уҡ йылдың 20 мартында Мәскәүҙә “Үҙәк Совет власы менән Башҡортостан хөкүмәте араһында “Башҡорт Совет Автономияһы тураһында килешеүе”нә ҡул ҡуйыла. Автономиялы республика Бәләкәй Башҡортостан биләмәһендә төҙөлә һәм Башҡортостандың хәҙерге территорияһының көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш өлөштәрен үҙ эсенә ала. 1920 йылдың 19 майындағы РСФСР Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарар ҡабул итә. Унда республика һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдарының үҙ-ара мәнәсәбәттәре билдәләнә. Ҡарар финанс, аҙыҡ-түлек наркоматтарының, Халыҡ хужалығы Советы, хәрби комиссариат, БЧК, почта һәм телеграфтың туранан-тура Үҙәккә буйһоноуын нығыта. РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты был ҡарарҙарҙы хуплай, ләкин Башревком автономиялы республикаға идараны ҡәтғи үҙәкләштереүгә ҡаршы сыға. 15 июндә был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереп, уның бөтә ағзалары ла тиерлек үҙ вазифаларын һала һәм Башревком власть органы булараҡ эш итеүҙән туҡтай. 1920 йылдың 26 июнендә яңы составтағы ревком, ә бер айҙан Советтарҙың беренсе съезында ойошторолған БашЦИК һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы республикаға идара итә башлай.

РСФСР-ҙағы граждандар һуғышы һәм дөйөм бөлгөнлөк эҙемтәләре Башҡортостанға ла ҡағыла. 1921-22 йылдарҙағы аслыҡ һөҙөмтәһендә республика халҡы 22 процентҡа, сәсеүлек майҙандары ике тапҡырға кәмей. 1928 йылда ғына ваҡ һөнәрселек сәнәғәте һуғышҡа тиклемге кимәлгә етә. Дөйөм алғанда, был осорҙа Башҡортостан әле аграр төбәк булып ҡалыуын дауам итә.

Сәнәғәт етештереүе үҫеше 20-30-сы йылдарҙа, ауылда тулыһынса коллективлаштырыу үткәрелгәндән һуң башлана. Тәүге биш йыллыҡ осоронда Башҡортостанда юғары сифатлы ҡорос етештереү буйынса илдә иң эре предприятиеларға әүерелгән Белорет заводтары реконструкциялана, 35 яңы завод, фабрика һәм электр станциялары төҙөлә, бер нисә эре предприятие һалына башлай. Башҡортостандың нефть сығарыу сәнәғәтенә нигеҙ һалған Ишембай нефть промыслаһы шуларҙың береһе була.

Тәүге биш йыллыҡ аҙағына республика аграр төбәктән аграр-индустриалгә әүерелә; 1932 йылда сәнәғәттең удель ауырлығы тулайым продукцияның 50 процентын тәшкил итә. Икенсе һәм өсөнсө биш йыллыҡтарҙа 70-тән ашыу предприятие, шул иҫәптән Өфө-Ишембай тимер юлы, Ишембай-Өфө нефть үткәргесе, Ишембай нефть һурҙыртыу һәм Өфө крекинг заводтары һалына, авиадвигателдәр һәм комбайн моторҙары етештереү үҙләштерелә. Социалистик ярыш тарала, стаханов хәрәкәте үҫә. Шул уҡ ваҡытта ауыр индустрия, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең үҫеш темптары араһында ҙур өҙөклөк барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, икенсе биш йыллыҡта аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә капитал һалыуҙар бөтә сығымдарҙың 6,6 процентын, еңел сәнәғәткә 1,6 процентын тәшкил итә.

Кулактарҙы бөтөрөү республика хужалығына ҙур зыян килтерә. Башҡортостанда был эш күмәк коллективлаштырыу барышында тормошҡа ашырыла. ВКП(б) Үҙәк комитетының 1930 йылдың 5 ғинуарындағы ҡарарын, СССР Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 1930 йылдың 1 февралендәге “Тулыһынса коллективлаштырыу үткәрелгән райондарҙа ауыл хужалығын социалистик үҙгәртеп ҡороуҙы нығытыу һәм кулактарға ҡаршы көрәш буйынса саралар тураһында”ғы ҡарарын үтәү йөҙөнән 1930 йылдың 8 февралендә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы “Башҡортостандың тулыһынса коллективлаштырыу алып барылған райондарында кулак хужалыҡтарын бөтөрөү буйынса ғәмәли саралар тураһында” ҡарар ҡабул итә. Был ҡарарҙа кулактар категориялары, уларҙың мөлкәтен конфискациялау һәм икенсе урынға күсереү тәртибе билдәләнә. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, 61 мең крәҫтиән хужалығы тарҡатыла, бай крәҫтиәндәрҙең бел өлөшө судһыҙ атыла, икенсе өлөшө төрмәгә ябыла йәки илдең төньяҡ һәм көнсығыш райондарына оҙатыла.

20-30-сы йылдарҙа республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл дә ябайҙан булмай. Илдең башҡа төбәктәрендә кеүек үк Башҡортостанда ла “һулдар” – Троцкий яҡлыларға һәм “уңдар” – Бухарин яҡлыларға һ. б. ҡаршы көрәш алып барыла. 30-сы йылдарҙа СССР-ҙың яңы Конституцияһы проектын тикшереү барышында башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре ике автономия республика – Башҡортостан менән Татарстанды союздаш итеп үҙгәртергә тәҡдим итә. Сталин был тәҡдимде кире ҡаға. 1937 йылдың июнендә Советтарҙың 10-сы Бөтә башҡорт съезы СССР һәм РСФСР Конституциялары өлгөһөндә төҙөлгән республика Конституцияһын ҡабул итә. Дәүләт-сәйәси, иҡтисади һәм социаль тормошто көйләү, әүәлгесә партия етәкселеге тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡортостан автономияһын яҡлаған һәм социаль-сәйәси һәм мәҙәни проблемаларға айырым ҡараштары менән билдәле эшмәкәрҙәр биләгән вазифаларынан бушатыла. Репрессиялар башлана.

1937 йыолың 4-6 октябрендә ВКП(б) Үҙәк комитеты секретары Жданов етәкселегендә үткәрелгән Башҡортостан өлкә комитеты пленумында республика коммунистарының байтағы буржуаз милләтселектә ғәйепләнә. Пленум тамамланыу менән 247 етәксе хеҙмәткәр ҡулға алына. Бөтә республика буйлап ҡулға алыуҙар тулҡыны үтә, ВКП(б) район комитеттарының 44 беренсе, 46 икенсе секретары, 40-тан ашыу район башҡарма комитеты рәйесе, 30 МТС директоры, 168 халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре репрессиялана. Республиканың яҙыусылар ойошмаһы ҙур зыян күрә, А. Таһиров, Ғ Амантай, Ғ. Дәүләтшин, Һ. Дәүләтшина, И. Насыри, Д. Юлтый, Т. Йәнәби һ. б. ҡулға алына.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан эвакуацияланған предприятиеларҙы һәм халыҡты ҡабул итеү, фронтты ҡорал, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса иң эре төбәктәрҙең береһенә әүерелә. 1941-42 йылдарҙа республика эвакуацияланған 100-гә яҡын завод һәм фабриканы, тиҫтәләрсә госпиталде, бер нисә үҙәк дәүләт һәм хужалыҡ ойошмаһын, ирекһеҙҙән күсеп килгән 278 мең кешене ҡабул итә. 1941-42 йылдар ҡышында дөйөм ғәскәри формированиеларҙан тыш, республикала ике (112-се һәм 113-сө) башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлә. Һуғыш йылдарында республиканан 700 меңгә яҡын яугир фронтҡа китә. Шуларҙың һәр өсөнсөһө һәләк була. Башҡортостанда ойошторолған соединениелар һәм частәр Сталинград, Курск дуғаһы һуғыштарында, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә, Украинаны, Белоруссия, Молдавия, Польша, Чехословакияны азат итеүҙә, Германия территорияһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Республикала тыуып-үҫкән һәм һуғышҡа киткән 261 кеше батырлыҡ һәм ҡаһарманлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә, шул иҫәптән М.Г. Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. 36 яугир Дан орденының тулы кавалерҙары була.

Һуғыш башланыу менән сәнәғәт һәм кооперация хәрби продукция сығарыуға күсә. Оборона сәнәғәте өсөн һирәк осрай торған металдар сығарыу киңәйә. Башҡортостан ғалимдары һәм хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте менән нефть сығарыу арттырыла. 1943 йылдың аҙағында Ишембай ҡалаһы янында Кинйәбулат нефть ятҡылығы асыла. Һуғыш йылдарында бөтәһе 5 миллион тоннанан ашыу нефть сығарыла, уны эшкәртеү 1,5 тапҡырға арта. Сәнәғәттә хеҙмәт етештереүсәнлеге – 2, машиналар эшләүҙә 3 тапҡырға үҫә. Һуғыш аҙағына республика сәнәғәте продукцияны 1940 йыл менән сағыштырғанда 2,6 тапҡырға күберәк сығара.

Республика халыҡ хужалығының һуғыштан һуң тыныс төҙөлөшкә күсеүе 1946 йыл аҙағына тамамлана. Туймазы, Шкапово һәм Арлан ятҡылыҡтарында нефть сығарыу арта, һөҙөмтәлә Башҡортостан илдә эре нефть сәнәғәте үҙәгенә әүерелә. Нефть сығарыу менән бер рәттән уны эшкәртеү ҙә үҫә. Мәҫәлән, 50-се йылдар башында республика нефть сығарыу буйынса СССР-ҙа икенсе, эшкәртеү буйынса беренсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан химия һәм нефть химияһы сәнәғәте үҙәктәренең береһенә әүерелә. 1953 йылда тулайы продукция сығарыу 1940 йыл менән сағыштырғанда алты тапҡырға арта.

Сталин вафат булғандан һуң илде тоталитар режимдан азат итеү башлана. Ауыл хужалығы һалымы түбәнәйтелә, әҙерләү һәм һатып алыу хаҡтары арттырыла, ауыл хужалығы продукттарын мотлаҡ тапшырыу нормаһы кәметелә. Колхозсыларҙың хеҙмәтенә түләү арта, эш хаҡы аҡсалата бирелә башлай. Иген проблемаһын хәл итеүҙә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә ҙур өмөттәр бағлана. Башҡортостандың ҡөньяғында 500 мең гектарҙан ашыу сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр һөрөлә, яңы совхоздар төҙөлә. Әммә сиҙәмде үҙләштереү игендең тотороҡло уңышына, республикала иген етештереүҙе йылдам арттырыуға өмөттәрҙе тулыһынса аҡламай. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа сәнәғәттең нефть, тау-руда, машиналар эшләү тармаҡтары ярайһы уҡ уңышлы үҫә. Нефть сығарыу һәм эшкәртеү йылдам бара. Полиэтилен, пластмасса, карбамид, гербицидтар, каучук, ашламалар, кальцийлы сода һ.б. етештереү үҙләштерелә. Химия сәнәғәте республика халыҡ хужалығында төп тармаҡтарҙың береһенә әүерелә.

Совет власы йылдарында республика ике Ленин ордены (1935, 1957 йй.), Октябрь Революцияһы ордены (1969 й.), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1972 й.) менән бүләкләнә.

50-се йылдар уртаһынан СССР-ҙың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡыҫҡа ғына булһа ла “йылылыҡ” осоро башлана. КПСС-тың 1956 йылдың февралендә үткәрелгән XX съезында КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары Н.С. Хрущев Сталиндың ғәйебе менән закондарҙы етди боҙоу, күп халыҡты нигеҙһеҙ репрессиялау хаҡында белдерә. Съездан һуң үҙәк дәүләт идараһының ҡайһы бер вәкәләттәрен төбәктәргә тапшырыуға йүнәлеш алына, урындағы Советтарҙың вәкәләттәрен киңәйтеү, уларҙың эшенә йәмәғәтселекте йәлеп итеү буйынса саралар билдәләнә. 30-40-сы йылдарҙа репрессияланғандарҙың эштәре ҡайтанан ҡарала. 1954-57 йылдарҙа Башҡортостанда 3138 кеше реабилитациялана. Әммә 60-сы йылдар уртаһынан демократик үҙгәртеп ҡороуҙар туҡтала. Ил һәм республика иҡтисады яңы етештереү ҡеүәттәре төҙөү иҫәбенә экстенсив нигеҙҙә үҫеүен дауам итә. 1966-80 йылдарҙа республикала 832 предприятие сафҡа индерелә. 1985 йылда сәнәғәттәге төп етештереү фондтары 1970 йыл менән сағыштырғанда 2,8 тапҡырға, ә продукция сығарыу 2,4 тапҡырға арта. XX быуаттың 80-се йылдары башында БАССР сәнәғәтендә тулайым продукция үҫешенең уртаса йыллыҡ темпы түбәнәйә. 1961-1965 йылдарҙа ул 11,6 процент тәшкил итһә, 1981-1985 йылдарҙа ни бары 2,9 процент күләмендә була. Сәнәғәт предприятиеларының 97 проценты слюз һәм союз-республика министрлыҡтарына буйһона, ә урындағы бюджетҡа аҡса бик аҙ бүленә. Республикала халыҡтың йән башына иҫәпләгәндә милли килем етештереү күләме ил буйынса уртаса күрһәткестән 17 процентҡа юғарыраҡ, ә уны йән башына файҙаланыу күләме 6,4 процентҡа кәмерәк була. Башҡорт АССР-ы социаль инфраструктура үҫешенең төп күрһәткестәре буйынса Рәсәй Федерацияһында 60-70-се урындарҙы биләй. Идеология өлкәһендә догматизм көсәйә, закондарҙың күпселегенә декларатив сифаттар хас була. 1978 йылдың майында республиканың яңы Конституцияһы ҡабул ителә. Ул СССР һәм РСФСР Конституцияһының барлыҡ төп положениеларын ҡабатлай. СССР тарихында был осор “торғонлоҡ дәүере” булараҡ билдәләнә.

80-се йылдар уртаһында илдәге власка КПСС Үҙәк Комитеты Генераль Секретары М.С. Горбачев менән яңы партия етәкселеге килә. Советтар Союзын тәрән иҡтисади һәм сәйәси көрсөктән сығарыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ул илдең социаль-иҡтисади үҫелешен тиҙләтеүҙе стратегик маҡсат тип иғлан итә. Әммә реформалар үткәреүгә: үҙ средстволарын файҙаланыу хоҡуғын хеҙмәт коллективтарына тапшырыуға, аренда мөнәсәбәттәрен һәм шәхси-хеҙмәт эшмәкәрлеген үҫтереүгә, кооперацияны аяҡҡа баҫтырыуға һ. б. ҡарамаҫтан, иҡтисад фарман һәм директива менән идара итеү алымдары ярҙамында эшләүен дауам итә. Сәнәғәттә тулайым сәнәғәт продукцияһының үҫеш темпы һүлпәнәйә, етештереү кимәле түбәнәйә. Йәмғиәттә иҡтисади һәм сәйәси көрсөк көсәйә, был республика халҡының рухи тормошона, мәҙәниәтенә һәм милли үҙаңына йоғонто яһамай ҡалмай.

Социаль-иҡтисади проблемаларҙың киҫкенләшеүе, республиканың күп милләтле халҡының рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндермәү Башҡортостандың суверенитетын яҡлап йәмәғәт хәрәкәтенең әүҙемләшеүенә килтерә. 1990 йылдың 12 июнендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеү менән был бурысты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. 1990 йылдың 11 октябрендә республика Юғары Советы тарафынан Дәүләт суверенитеты тураһында декларация иғлан ителә. 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән уның составындағы суверенлы республикаларҙың дәүләт власы органдары араһында вәкәләттәрҙе һәм хакимиәт даирәһен айырыу тураһында федератив договорға һәм договорға Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең договорлы характерға эйә булыуын билдәләүсе Башҡортостан Республикаһынынан ҡушымтаға ҡул ҡуйыла. Договорға ҡушымтала республикаға үҙ аллы закондар сығарыу системаһына, суд системаһына һәм прокуратураға эйә булыу хоҡуғы бирелә. Шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендәге ер, ер аҫты байлыҡтары, тәбиғәт байлыҡтары республикалағы күп милләтле халыҡтың дөйөм байлығы һәм ошо милеккә хужа булыу, унан файҙаланыу мәсьәләләре республика ҡануниәте менән көйләнә, тип билдәләнә.

1993 йылдың 23 декабрендә альтернатив нигеҙҙә Башҡортостан Президентын һайлау республиканың суверенлы хоҡуҡтарын нығытыу юлында мөһим ваҡиға була. БР Юғары Советы Рәйесе вазифаһын биләүсе М.Ғ. Рәхимов һайлаусылар тауыштарының 64 процентын яулап, Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана.

1993 йылға республика Юғары Советы тарафынан яңы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы проекты әҙерләнә. 1993 йылдың 24 декабрендә Конституция БР Юғары Советының сираттағы сессияһында ҡабул ителә. Ошо Конституция һуңғы йылдарҙа республиканың дәүләт-хоҡуҡи үҫешендә барлыҡҡа килгән яңылыҡтарҙы нығыта. Ул Башҡортостан өлгәшкән үҙаллылыҡ кимәлен теркәй, уның тормошоноң барлыҡ өлкәләрен демократизациялау, шулай уҡ социаль-иҡтисади үҫеш өсөн ышаныслы хоҡуҡи база булдыра.

1994 йылдың 3 авгусында “Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһен айырыу һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” договорға ҡул ҡуйыу республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә була. Ошо договор Башҡортостан Республикаһы өсөн уның яңы дәүләт-хоҡуҡи статусын раҫлаусы дәлилгә әүерелә. Уның тексын төҙөгәндә 1993 йылдың 25 апрелендә үткәрелгән һәм граждандарҙың күпселеге (75,5%) республиканың иҡтисади үҙаллылығын һәм уның Рәсәй менән договорлы мөнәсәбәттәрен яҡлаған республика референдумы иҫәпкә алына. Яңы БР Конституцияһына ярашлы ике палаталы парламент – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы төҙөлә. 1995 йылдың 5 мартында республиканың яңы парламентына депутаттар һайлана.

Үткәрелгән реформалар барышында республика органдарының компетенцияһы арта: улар Башҡортостандың иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешенең төп мәсьәләләрен хәл итә башлай. 90-сы йылдар башынан республикала төрлө сәйәси партиялар, йәмәғәт хәрәкәттәре, үҙәктәр, ассоциациялар һ.б. эшләй башлай.

1995 йылдың 1-2 июнендә үткәрелгән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡы, бөтә республика тормошонда мөһим ваҡиға була. Бөтә донъя ҡоролтайы эшендә Башҡортостан, күрше өлкәләр һәм республикалар, яҡын һәм алыҫ сит илдәр, Венгрия, Төркиә, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Германия, Япония, Франция, Италия һәм башҡа дәүләттәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙы сағылдырыусы 609 делегат ҡатнаша.

90-сы йылдар башында республиканың иҡтисади үҫешенә дөйөм Рәсәйҙәге кеүек етештереүҙең түбәнәйеүе, хужалыҡ бәйләнештәренең өҙөлөүе, түләүгә һәләтһеҙлек, халыҡтың килем кимәле буйынса ҡатламдарға бүленеүе, эшһеҙлектең артыуы хас. Әммә Башҡортостан Республикаһында баҙар үҙгәртеп ҡороуҙарын дәүләттең контроллек итеүе һәм көйләүе ярҙамында тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә көрсөк күренештәре һирәк сағыла. Сәнәғәт етештереүе тотош Рәсәй Федерацияһы менән сағыштырғанда әкренерәк темпта кәмей. 1995 йылға Башҡортостанда һуңғы осорҙа тәүге тапҡыр сәнәғәт етештереүенең тотороҡланыуы билдәләнә - уның йыллыҡ үҫеше 100,1 процент тәшкил итә. Яғыулыҡ, металлургия, химия, быяла һәм фарфор-фаянс сәнәғәте етештереүҙе йылдам арттыра. Электр энергетикаһы, урман, ағас, эшкәртеү, целлюлоза-ҡағыҙ тармағы етештереүҙә тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡала.

Бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙы, хосусилаштырыу, сауҙаны һәм көнкүреш хеҙмәтен коммерциялаштырыу тамамлана тиерлек. БР Президенты һәм БР Хөкүмәтенең иҡтисадтың төп тармаҡтарын дәүләт ҡарамағында һаҡлап ҡалыу буйынса сәйәсәте сәнәғәтте, ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән Башҡортостандың уңыш ҡаҙаныуында билдәле бер әһәмиәткә эйә була. Ауыл хужалығы өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы ауылда хужалыҡ итеү системаһын һәр ерҙә лә емереүгә юл ҡуймай. Республикала ауыл халҡының теләге буйынса төрлө милек формаһы булдырыла.

Республикала халыҡ тормошон яҡшыртыуҙың төрлө юлдары даими эҙләнә. Федераль программалар менән бер рәттән Башҡортостанда 1991 йылдан башлап эшкә һәләтһеҙ халыҡтың аҙ яҡланған ҡатламдарына – пенсионерҙарға, инвалидтарға, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Йәштәргә дәүләт ярҙамы системаһын үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә.

ХХ быуаттың 90-сы йылдары аҙағына илдең, шул иҫәптән республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошонда ҙур үҙгәрештәр була. 2000 йылдың 26 мартында бөтә халыҡ тарафынан тауыш биреү барышында һайланған Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин илдә власть вертикален нығытыу буйынса саралар күрә. РФ территорияһын Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәре етәкселек иткән ете федераль округҡа бүлеүҙе мөһим аҙым тип иҫәпләргә кәрәк. Башҡортостан Республикаһы үҙәге Түбәнге Новгород ҡалаһы булған Волга буйы федераль округы составына индерелә.

ХХ быуат аҙағы – ХХI быуат башында яңы сәйәси шарттарҙа Башҡортостан Республикаһында Рәсәйҙә дәүләт власын нығытыуға йүнәлтелгән сәйәсәт менән бәйле һиҙелерлек ваҡиғалар була.

2002 йылдың 3 декабрендә “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” Закон ҡабул ителеү менән 2002 йылдың яҙында Башҡортостан Республикаһы Президенты инициативаһы буйынса башланған конституцион реформа тамамлана тиерлек, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының яңыртылған редакцияһы федераль үҙәк менән мөнәсәбәттрҙе артабан көйләүгә, республиканың эсендә дәүләт ҡоролошон ҡулайлаштырыуға, власть тармаҡтары һәм уларҙы сағылдырыусы дәүләт органдары араһында вәкәләттәрҙе анығыраҡ бүлеүгә, асыҡ-власть функцияларын тормошҡа ашырғанда демократияны нығытыуға, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән байтаҡ принципиаль положениеларҙы үҙ эсенә ала.

2003 йылдың мартында 120 депутаттан торған яңыртылған бер палаталы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы һайлана.

2003 йылдың декабрендә М.Ғ. Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп өсөнсө срокҡа һайлана.

2002 йылдың июнендә II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә. Ул башҡорт халҡын туплауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән байтаҡ мөһим ҡарарҙар ҡабул итә.

2002 йылдың октябрендә сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙғарыла. Ошо иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса БР-ҙа 4 миллион 104 мең кеше йәшәй. 1989 йылғы иҫәп алыу буйынса БАССР-ҙа халыҡ һаны 3 миллион 943 мең кеше тәшкил иткән. Тимәк, 13 йыл эсендә республика халҡы 161 мең кешегә артҡан. Һуңғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса БР-ҙа башҡорттар 1 221 302 кеше иҫәпләнгән, улар республикалағы бөтә халыҡтың 29,8 процентын тәшкил иткән. Республикала 970 702 татар (24,1 процент), 1 490 715 рус (36,32 процент) йәшәгән, РФ буйынса башҡорттарҙың дөйөм һаны 1 673 389-ға еткән.

2004 йыл Башҡортостан Республикаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 430 йыллығын байрам итеү билдәһе аҫтында үтә.

2006 йылдың 10 октябрендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының сираттан тыш ултырышында Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың М.Ғ.Рәхимовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен тапшырыу тураһындағы тәҡдиме ҡарала һәм ҡабул ителә.

Башҡортостан бөтә илдең иҡтисади һәм социаль үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған Рәсәйҙең төп төбәктәренең береһе булып тора. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы билдәһе аҫтында үткән 2007 йыл уның үҫешендә айырыуса үҙенсәлекле.

Уҙған һигеҙ йылда тулайым төбәк продуктының уртаса йыллыҡ күрһәткесе 6,5 процент булһа, ошо йыл эсендә уның үҫеше 8,2 процент тәшкил итә. Сәнәғәт етештереүендә — 7 процентҡа, ауыл хужалығында — 3,1, төҙөлөш эштәрендә 20,7 процентҡа уҫеш билдәләнә. 1 миллион 856 мең квадрат метр торлаҡ, төҙөлә, был 2006 йыл менән сағыштырғанда 8,9 процентҡа күберәк. Ваҡ сауҙа әйләнеше 1,3 тапҡырға, халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме 14.5 процентҡа арта. Бөтә кимәлдәге бюджеттарға һәм бюджеттан тыш фондтарға 227,9 миллиард һум аҡса индерелә, 2006 йылға ҡарағанда 8,8 процентҡа ҡуберәк. Шул уҡ ваҡытта керемдәрҙен, 66 проценты федераль кимәлгә күсерелә.

Төп капиталға 148 миллиард һум аҡса һалына. Был 2006 йылғы куләмдән 20,1 процентҡа артығыраҡ.

"2007 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының, социаль-иҡтисади үҫеше" айырым маҡсатлы федераль программаһын үтәү 2007 йылда тамамлана, уны финанслау куләме 177,7 миллиард һум тәшкил итә. Программаны тормошҡа ашырыу федераль кимәлдә ошондай уҡ башҡа программалар араһында иң, һөҙөмтәлеһе тип таныла.

Башҡортостан — Рәсәйҙең игенгә бай төбәге. Республикала илдәге ауыл хужалығы продукцияһының 4,1 проценты етештерелә. Шул иҫәптән ит, иген культуралары һәм картуф, һөт, бал, ҡымыҙ етештереү, йылҡы һәм һыйыр малдары һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй.

2007 йыл йомғаҡтары буйынса республика "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыусы һигеҙ төбәк иҫәбенә инде. Башҡортостанда һөт етештереү күләме 2 миллион 250 мең тоннаға (2005 йылғы кимәл менән сағыштырғанда 8 процентҡа юғарыраҡ), ит етештереү 413 мең тоннаға (үҫеш 8,3 %) етә.

Башҡортостан халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлектә әүҙем ҡатнаша, донъяның, 91 иле уның, сауҙа партнеры булып тора. 2007 йылда республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 7,6 миллиард доллар тәшкил итә, шуның яртыһы Чехияға, Бөйөк Британия, Ҡаҙағстан, Нидерландтар һәм Ҡытайға тура килә. Республикала күп һанлы халыҡ-ара форумдар һәм күргәҙмәләр уҙғарыла. Башҡортостанда етештерелгән автобустар, троллейбустар, вертолеттар, авиадвигателдәр, станоктар һәм башҡа продукция төрҙәре киң һатыу баҙарына эйә. Республиканың халыҡ-ара кредит рейтингтары Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең сәнәғәт йәһәтенән алғa киткән башҡа үҙәктәре кимәленә етте.

Иҡтисадтағы ҡаҙаныштар социаль сәйәсәттә ҙур алға китешкә өлгәшеү мөмкинлеген бирҙе.

Республика мәғариф системаһы һуңғы йылдарҙа ярайһы уҡ сур уңыштарға өлгәште. Был мәғарифты артабан үҫтереү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу, белем биреүгә сығымдарҙы йылдан-йыл арттырыу һөҙөмтәһе. Сығымдар 1999 йыл менән сағыштырғанда 5 тапҡырҙан ашыуға артҡан. 2007 йылда ғына тармаҡҡа 23,6 миллиард һум аҡса һалынған, был республика йыйылма бюджеты сығымдарының, сирек өлөшәнән күберәген тәшкил итә. Яңы мәктәптәр төҙөү һәм ғәмәлдәгәләрен реконструкциялау буйынса Башҡортостан һуңғы йылдарҙа илдә алдынғы урындарҙы биләй. 2007 йылда ғына 30 мәғариф объекты, шул иҫәптән 12 яңы мәктәп һәм 5 балалар баҡсаһы сафҡа индерелде.

Башҡортостан хаҡлы рәүештә илдең алға мәҙәни төбәктәренең, бepeһe тип иҫәпләнә. Музейҙар, китапханалар һәм клубтар һаны, халыҡҡа кино хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса республика Рәсәй Федерацияһында төп позицияларҙы биләй.

2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡуышылыуының 450 йыллығын байрам итеү республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға булды. Федераль әһәмиәттәге һәм кимәлдәге был байрам XVI быуатта ҡабул ителгән ҡарарҙың дөрөҫлөгөн һәм яҙмышты хәл иткес ваҡиға булыуын тағы ла бер тапҡыр исбат итте. Рус һәм башҡорт халыҡтарының берләшеүе Рәсәй тарихының, айырылғыһыҙ һәм мөһим өлөшөнә әүерелә, шуға күрә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Указы менән был тарихи юбилейҙы байрам итеү федераль кимәлдә үткәрелде. Юбилей бөгөн Башҡортостандың сәйәси тотороҡлолоҡ, иҡтисади үҫеш һәм милләт-ара татыулыҡ өлгөһе булыуын тағы ла бер тапҡыр курһәтте.

2007 йылдың, 2 декабрендә Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына һайлау булды. Ул партия исемлектәре буйынса уҙғарылды. Һайлау йомғаҡтары Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың, абсолют купселегенең "Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан үткәрелгән сәйәсәтте хуплауын курһәтте. Республикалағы һайлаусыларҙың 83,2 проценты уның өсөн тауыш бирҙе. Коммунистар партияһын һайлаусыларҙың 7,4 проценты, "Ғәҙел Рәсәй"ҙе 4,16 проценты хупланы.

2008 йыл илдә һәм республикала мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар, иң элек, Рәсәй Федерацияһыньң яңы Президентын һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының яңы составын һайлау менән башланды. Һайлауҙар стратегик курстың күсәгилешлелеген, Рәсәй халҡының власҡа ышанысын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Республика парламенты депутаттарын һайлау ҡатнаш система буйынса үткәрелде: 60 депутат партия исемлектәре, 60-ы бер мандатлы округтар буйынса һайланды. Партия исемлектәре буйынса һайлаусылар тауышының күпселеген - 85,79 процентын "Берҙәм Рәсәй" партияһы алды. Бер мандатлы округтар буйынса һайлаусылар тауыштары "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы тарафынан күрһәтелгән кандидаттарға бирелде. Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа Башҡортостандағы һайлаусыларҙың 88 проценттан ашыуы Д.А. Медведев өсөн тауыш бирҙе.

Дмитрий Анатольевич Медведевтың һәм "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының ышаныслы еңеүе үткәрелгән социаль-иҡтисади сәйәсәттең граждандар тарафынан хупланыуын раҫлай. Ул граждандарҙың демократик традицияларҙы нығытыу, яңы сәйәси мәзәниәт булдырыу, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда берҙәмлекте һәм татыулыҡты һаҡлап ҡалыу яҡлы булыуын сағылдырҙы.


 
Бөгөн 31.07.10



 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru