Башҡортостан Республикаһы
РӘСМИ МӘҒЛҮМӘТ ПОРТАЛЫ

Республика
 

Власть органдары
 

Иҡтисад

Йәмғиәт



Яңылыҡтар

11.03.2010
11 мартта  наркотиктар әйләнешенә контроль органдары хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллективы исеменә ҡотлау ебәрҙе.
 
11.03.2010
11 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфөгә «Банкылар. Процестар. Стандарттар. Сифат» VI ғилми-ғәмәли конференцияһы эшендә ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй банкылары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян менән эш осрашыуы үткәрҙе.



 
10.03.2010
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Салауат Юлаев» йәштәр командаһы тренерҙарын һәм хоккейсыларын 1994 йылғылар клуб командалары араһында Рәсәй беренселегендә еңеүҙәре менән ҡотланы.  



 
09.03.2010
Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Ул Төрөшлө ауылындағы яңы участка дауаханаһын асыуҙа ҡатнашты. Медицина   учреждениеһы 50 койка-урынға иҫәпләнгән. Өҫтәүенә сменаға 100 кеше ҡабул итеү мөмкинлеге булған поликлиникаһы бар. Объект төҙөлөшө 2008 йылда башланған. Проектын «Башжилкоммунпроект» проект институты белгестәре әҙерләгән. Үҙенең сығышында Мортаза Ғөбәйҙулла улы тәү ҡарамаҡҡа ябай ваҡиғаның ауыл һәм район халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.  Яңы дауахана яҡын-тирә ауылдарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Мортаза Рәхимов был поликлиника Президенттың Башҡортостан парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алынған сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙың башы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төрөшлөләге төҙөлөштө Президент шәхсән үҙе контролдә тотҡан.



 
09.03.2010

Дүшәмбе көндө, 8 Мартта, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булды. Атап әйткәндә, республика башлығы Йәнгел ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбен ҡараны, ауыл табип амбулаторияһын асыуҙа ҡатнашты, Байым һәм Йәнгел ауылдарында урта дөйөм белем биреү мәктәптәре менән танышты.

 
08.03.2010
8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ошо айҡанлы республика Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотланы.

 
06.03.2010
6 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республикаға танышыу сәфәре менән килгән Латвия Республикаһы экс-президенты Гунтис Улманис менән эш осрашыуы үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһы менән Латвия Республикаһының иҡтисад, фән һәм мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

 
02.03.2010
Бөгөн Өфөлә ХХ "Агрокомплекс-2010" махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Экспофорум ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов мөрәжәғәт итте.
 
26.02.2010
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан украиндарының VI съезы делегаттарына һәм ҡунаҡтарына ҡотлау ебәрҙе.
 

Фотогалерея
Презентациялар
Видеоматериалдар
 
 
 
 
 
 

 
Бөгөн 12.03.10




 

© 2008-2010 Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының рәсми мәғлүмәт порталы
Портал материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда www.bashkortostan.ru-ға һылтанма яһау мотлаҡ
450101, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46
Тел.: (347) 250-15-66, факс: (347) 250-02-81
E-mail: aprb@presidentrb.ru